Пахлава
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пахлава (йәки баклава) — ҡатлы ҡамырҙан, сәтләүек һәм ҡуйы шәрбәттән эшләнгән билдәле кондитер ашамлығы. Был тәм-том көнсығыш халыҡтары аш-һыуы: төрөк, әрмән, әзербайжан, лезгин, ғәрәп, ҡырым-татарҙар, болгарҙар һәм гректар әҙерләй. Төркиә, Әзербайжан, Әрмәнстанда билдәле, Иранда, Тажикстанда, Төркмәнстанда һәм Үзбәкстанда Науруз байрамы табынында ғәҙәти аш-һыу.