From Wikipedia, the free encyclopedia
Даниэль Альберто Пассарелла (исп. Daniel Alberto Passarella, 25 май 1953 йыл, Чакабуко (инг.)баш., Буэнос-Айрес провинцияһы, Аргентина) — Аргентина футболсыһы һәм футбол тренеры, үҙәк һаҡсы позицияһында сығыш яһай; элек Аргентина һәм Уругвай йыйылма командаларын күнектерә. Аргентина йыйылма командаһының Донъя чемпионатында ике тапҡыр еңгән берҙән-бер футболсыһы (1978, 1986), 1978 йылғы донъя чемпионатында Аргентина йыйылма командаһы капитаны була. 2009—2013 йылдарҙа — «Ривер Плейт» Аргентина клубы президенты[5].
Даниэль Пассарелла | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Даниэль Альберто Пассарелла | |
Ҡушаматы | Великий капитан (исп. El Gran Capitán), Кайзер (исп. El Kaiser), Вождь (исп. El Caudillo) | |
Тыуа | 25 май 1953[1][2][3] (71 йәш) Чакабуко[d], Буэнос-Айрес[d], Аргентина | |
Гражданлығы | Аргентина | |
Буйы | 173[4] см | |
Позиция | защитник | |
Клубы | ||
Клубы | Ривер Плейт | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1968—1971 | Архентинос Хуниорс | |
Клуб карьераһы* | ||
1971—1973 | Сармьенто | 36 (9) |
1974—1982 | Ривер Плейт | 226 (90) |
1982—1986 | Фиорентина | 109 (26) |
1986—1988 | Интернационале | 44 (9) |
1989 | Ривер Плейт | 32 (9) |
1971—1989 | Барлығы | 447 (143) |
Тренер карьераһы | ||
1989—1994 | Ривер Плейт | |
1994—1998 | Аргентина | |
1998—2000 | Уругвай | |
2000—2001 | Парма | |
2002—2004 | Монтеррей | |
2004—2005 | Толука | |
2005 | Коринтианс | |
2006—2007 | Ривер Плейт | |
2009—2013 | Ривер Плейт | президент |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаты | ||
Алтын | Аргентина 1978 | |
Алтын | Мексика 1986 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.
| ||
Пассарелла футбол тарихында бөйөк һаҡсыларҙың береһе тип иҫәпләнә һәм һаҡсы булараҡ индергән голдар һаны буйынса, Рональд Кумандан ғына ҡалышып, 2-се урында тора (451 матчта 134 гол) ғына ҡалышып[6]. 2004 йылда ФИФА версияһы буйынса ул ваҡытта 125 тере бөйөк футболсынан торған ФИФА 100 исемлегенә инә[7], 2007 йылда The Times версияһы буйынса 50 иң ҡаты уйынсы рейтингында 36-сы урында тора, 2017 йылда FourFourTwo журналы версияһы буйынса донъяның 100 бөйөк футболсыһы исемлегенә инә (56 урын)
Даниэль карьераһын, провинция Буэнос-Айрес провинцияһының Хунин тигән урынында "Сармьенто"ла башлай. Шунан «Ривер Плейт»ҡа күсә, аҙаҡ Италияға күсенеп, унда «Фиорентин» һәм «Интер» клубы өсөн уңышлы уйнай. Уйынсы карьераһын "Ривер Плейт"та тамамлай.
Лидер буйыуы һәм уйынды илһамлы итеп ойоштороу һәләте «El Gran Capitán» (Бөйөк капитан) йәки «Кайзер» ҡушаматтары ала. Пассарелл футбол тарихында 451 матчта 134 гол индергән һаҡсы булараҡ, ҡурҡыынс уйынсы була[8].
Баш менән уйнауҙа уға тиңдәр булмай. Буйы бәләкәй булыуға ҡармаҫтан (173 см), күпселек осраҡта һаҡта ла, һөжүмдә лә өҫтөнлөккә эйә була. Дөрөҫ, уның уйын барышында бик йыш барышында туп өсөн көрәшеп, терһәген дә эшкә ҡуша һәм шуның менән арбитрҙың иғтибарын йәлеп итә.
Пассарелла Аргентина йыйылма командаһы капитан була һәм 1978 йылғы донъя чемпионатында команданы еңеүгә алып сыға: нәҡ ул ФИФА-ның Донңя кубогын команда капитаны булараҡ ҡулына алған беренсе аргентин. 1986 йылда Мексика донъя чемпионатына КОНМЕБОЛ һайлап алыу турнирында Перу йыйылма командаһы менән уйнағанда гол һөжүмендә ҡатнаша һәм Рикардо Гарека индергән гол командаға донъя чемпионатында сығырға ярҙам итә.
1986 йылдағы донъя чемпионатында энтероколит өйәнәге арҡаһында Пассарелл бер уйында ла уйнамай: төп составта уны Браун Хосе Луис алмаштыра. Пассарелланың икенсе проблемаһы йыйылма команда капитаны Диего Марадона һәм тренер Карлос Билардо менән һалҡын мөнәсәбәте була. Футболсы уларҙы уйынға махсус сығармауҙары һәм уның старт составына эләкмәүе өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышыуында ғәйепләй. Шуға ҡарамаҫтан, Пассарелла Аргентинанан ике тапҡыр рәттән һәм ике тапҡыр донъя чемпионы булған берҙән-бер футболсы. Был ҡаҙаныштары тураһында ул: «Аргентинала донъя чемпионы булған 43 уйынсы, һәм 44 донъя семпионы миҙалы бар», — ти (исп. En Argentina hay 44 medallas de campeones del mundo para 43 jugadores).
1986 йылда Пассарелланың йыйылма команда өсөн сығышы тамамлана. Марадона һүҙҙәре буйынса, Пассарелла «Фиорентина» өсөн сығыш яһағанда Монакоға сыға һәм унда йәшерен генә икенсе футболсының ҡатыны менән осраша, һәм был хаҡта хатта сисенеү бүлмәһендә маҡтана[9].
Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң ул «Ривер Плейт» тренеры була, улар менән бер нисә чемпион титулын яулай. Аргентина йыйылма командаһына Альфио Басилеға алмашҡа килә һәм уны донъя чемпионатына (1998) әҙерләй, шулай уҡ уға Франциялағы турнирҙа етәкселек итә. Аргентина башҡаса элекке уңыш кимәленә етә алмай. Сирек финалда Нидерланд йыйылма командаһынан 2:1 иҫәбенә еңелә. Аргентина командаһы тренеры булған ваҡытта Пассарелла командаһына оҙон сәс йәрәтәүселәрҙе һәм гомосексуалистарҙы алмауы менән таныла. Быны «аҡ-зәңгәр» уйынсыларының Пассарелла осоронда ҡыҫҡа сәс йөрөтөп, ул китеү менән сәс үҫтәрә башалуҙанынна да күренә (айырыуса Эрнан Креспо һәм Хуан Пабло Сорин миҫалында күренә). Чемпионаттан һуң Пассарелла йыйылма командаға етәкселек итеү рулен Марсело Бьелсаға тапшыра.
Пассарелла Уругвай командаһы тренеры булып китә, тик 2002 йылғы Донъя чемпионатына квалификация ваҡытында Уругвай чемпионатынан уйынсыларҙы йыйылма командаға саҡырып алыу сәбәпле, посын ҡалдыра. Ошо эпизодтан һуң Пассарелла 2001 йылда уңышһыҙ ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына етәкләгәнИталияның «Парма»һын етәкләй.
2003 йылда, уның «Монтеррей» командаһы менән Мексика чемпионаттында еңә. 2004 йылдың мартында Пеле Пассарелланы тере 125 йәшәй бөйөк футболсы исемлегенә индерә. Тиҙҙән Пассарелла Бразилияның "Коринтианс"ын етәкләй, әммә ҡот осҡос һөҙөмтәләрҙән һуң эштән ебәрелә.
2006 йылдың 9 ғинуарында ул ун йылдан һуң, Рейналдо Мерлоның көтөлмәгән отставкаһынан һуң тағы ла «Ривер Плейт» командаһын етәкләй. 2007 йылдың 15 ноябрендә, Көньяҡ Америка кубогында ярым финалда "Арсенал"дан сенсацион еңелеүҙән һуң Пассарелла отставкаға китә.
2018 йылдың йәйендә Антонио Мохамедтың отставкаһынан һуң Мексиканың "Монтеррей"ы тренеры вазифаһына төп дәғүәсе итеп ҡарала, әммә клуб етәкселеге Диего Алонсоға өҫтөнлөк бирә[10].
Клуб | Миҙгел | Чемпионат | Кубок | Континенталь турнир |
Йәмғеһе | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Дивизион | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
Ривер Плейт | 1974 | Примера Дивисьон | 22 | 5 | - | - | 22 | 5 | ||
1975 | 29 | 9 | - | - | 29 | 9 | ||||
1976 | 35 | 24 | - | 1 | 35 | 24 | ||||
1977 | 40 | 13 | - | 1 | 40 | 13 | ||||
1978 | 19 | 4 | - | 1 | 19 | 4 | ||||
1979 | 38 | 9 | - | - | 38 | 9 | ||||
1980 | 41 | 12 | - | 0 | 41 | 12 | ||||
1981 | 42 | 14 | - | 1 | 42 | 14 | ||||
Йәмғеһе | 266 | 90 | 0 | 0 | 4 | 94 | ||||
Фиорентина | 1982/1983 | Серия A | 27 | 3 | 5 | 0 | 2 | 0 | 34 | 3 |
1983/1984 | 27 | 7 | 7 | 1 | - | 34 | 8 | |||
1984/1985 | 26 | 5 | 6 | 3 | 3 | 1 | 35 | 9 | ||
1985/1986 | 29 | 11 | 7 | 4 | - | 36 | 15 | |||
Итого | 109 | 26 | 25 | 8 | 5 | 1 | 139 | 35 | ||
Интернационале | 1986/1987 | Серия A | 23 | 3 | 8 | 4 | 7 | 1 | 38 | 8 |
1987/1988 | 21 | 6 | 8 | 1 | 6 | 0 | 35 | 7 | ||
Йәмғеһе | 44 | 9 | 16 | 5 | 13 | 1 | 73 | 15 | ||
Ривер Плейт | 1988/89 | Примера Дивисьон | 32 | 9 | - | - | 32 | 9 | ||
Карьераһында йәмғеһе | 451 | 134 | 41 | 13 | 6 | 153 |
Мәғлүмәттәр RSSSF буйынса бирелә[11]
Аргентина | ||
Йыл | Уйын | Гол |
---|---|---|
1976 | 6 | 2 |
1977 | 7 | 3 |
1978 | 13 | 4 |
1979 | 11 | 5 |
1980 | 9 | 3 |
1981 | 4 | 1 |
1982 | 9 | 3 |
1983 | 0 | 0 |
1984 | 0 | 0 |
1985 | 8 | 1 |
1986 | 3 | 0 |
Йәмғеһе | 70 | 22 |
Түбәндәге таблицала Альберто Даниэль Пассарелланың йыйылма команда өсөн голдары күрһәтелә. Аргентина йыйылма командаһы голдары беренсе яҙыла[11]
# | Дата | Урыны | Дәғүәсе | Голдан һуң иҫәп | Йомғаҡлау иҫәбе | Турнир |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | 28 октябрь 1976 | Лима, Перу | Перу | 2:1 | 3:1 | Иптәштәрсә матч |
2 | 10 ноябрь 1976 | Хосе Амальфитани, Буэнос-Айрес, Аргентина | Перу | 1:0 | 1:0 | |
3 | 5 июнь 1977 | Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина | ГФР | 1:3 | 1:3 | |
4 | 18 июнь 1977 | Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина | Шотландия | 1:1 | 1:1 | |
5 | 3 июль 1977 | Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина | Югославия | 1:0 | 1:0 | |
6 | 23 март 1978 | Дәүләт стадионы, Лима, Перу | Перу | 2:0 | 3:1 | |
7 | 5 апрель 1978 | Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина | Румыния | 1:0 | 2:0 | |
8 | 5 апрель 1978 | Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина | Румыния | 1:0 | 2:0 | |
9 | 6 июнь 1978 | Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина | Франция | 1:0 | 2:1 | Донъя чемпионаты 1978 |
10 | 25 апрель 1979 | Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина | Болгария | 2:1 | 2:1 | Иптәштәрсә матч |
11 | 26 май 1979 | Олимпия стадионы, Рим, Италия | Италия | 2:2 | 2:2 | |
12 | 8 август 1979 | Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина | Боливия | 1:0 | 3:0 | Америка Кубогы 1979 |
13 | 23 август 1979 | Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина | Бразилия | 1:1 | 2:2 | |
14 | 16 сентябрь 1979 | Црвена Звезда, Белград, СФРЮ | Югославия | 1:3 | 2:4 | Иптәштәрсә матч |
15 | 13 май 1980 | Уэмбли, Лондон, Англия | Англия | 1:2 | 1:3 | |
16 | 12 октябрь 1980 | Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина | Польша | 1:0 | 2:1 | |
17 | 16 декабрь 1980 | Олимпико Шато Каррерас, Кордова, Аргентина | Швейцария | 5:0 | 5:0 | |
18 | 28 октябрь 1981 | Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина | Польша | 1:0 | 1:2 | |
19 | 5 май 1982 | Хосе Амальфитани, Буэнос-Айрес, Аргентина | Болгария | 2:1 | 2:1 | |
20 | 23 июнь 1982 | Хосе Рико Перес (инг.)баш., Аликанте, Испания | Сальвадор | 1:0 | 2:0 | Донъя чемпионаты 1982 |
21 | 29 июнь 1982 | Саррия, Барселона, Испания | Италия | 1:2 | 1:2 | |
22 | 26 май 1985 | Полидепортиво де Пуэбло-Нуэво, Сан-Кристобаль, Венесуэла | Венесуэла | 2:1 | 3:2 | Донъя чемпионаты 1986 (квалификация) |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.