Пангея (бор. грек. Πανγαῖα — «барлыҡ ер») — Ер шарындағы барлыҡ ҡоро ерҙе берләштергән, палеозой осороноң һуңында һәм мезозой осороноң башында булған суперконтинент. Исемен Альфред Вегенер тәҡдим иткән (нем. Alfred Lothar Wegener).

Thumb
Пангея. Хәҙерге заман контитенттары контурҙары күрһәтелгән

Пангея формалашҡан осорҙа, боронғо ҡитғалар бәрелешкән урындарҙа, тау системалары барлыҡҡа килгән. Уларҙың, Урал йәки Аппалачи кеүек ҡайһы берҙәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Был тауҙар сағыштырмаса йәш булған Европалаға Альп, Төньяҡ Америкалағы Кордильер, Көньяҡ Америкалағы Анд, Азиялағы Гималайҙан күпкә боронғораҡ. Миллиондарса йылдар буйы барған эрозия күреше Урал һәм Аппалачи тауҙарын емергән һәм тәбәнәйткән.

Пангеяны йыуыусы гигант океан Панталасса исемле булған.

Пангея пермь осоронда барлыҡҡа килгән һәм юра осоронда ике континентҡа йырыла. Төньяҡтағы Лавразия һуңыраҡ Евразия һәм Төньяҡ Америкаға айырыла. Көньяҡтаға Гондвананан Африка, Көньяҡ Америка, Һиндостан һәм Антарктида бүленеп сыға.

Суперконтиненттар элегерәк тә булған, мәҫәлән Родиния 750 миллион йыл элек тарҡалған.

Ҡайһы бер фараздар буйынса ҡитғалар таға бер тапҡыр йыйылып Пангея Ультима исемле суперконтинент барлыҡҡа килтерәсәк.

Әҙәбиәт

  • Сорохтин О. Г., Ушаков С. А. Развитие Земли. — М.: Изд-во МГУ, 2002. — 506 с.

Һылтанмалар

  • «Двухъярусная термическая модель конвекции мантии и её геодинамические следствия», Институт океанологии РАН

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.