Организм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Органи́зм (лат. organizo — ойошторам, тәртипкә килтерәм; лат. organismus — һүҙенән; бор. грек. ὄργανον — ҡорал) — үҙ-аллы тереклек итеүгә һәләтле йән эйәһе, айырым зат.
Йәнле, йәки тере организм, йәнһеҙ тәбиғәт объеттарынан айырмалы рәүештә, үҙ-аллы эске көйләнешкә һәләтле система, бер бөтөн булып тора.
Ерҙәге бар тереклек ошо организм, йәки айырым тере зат формаһында (фиғылында) йәшәй. Башҡа төрлө йәшәү формаһы юҡ. Организм — тереклектең элементар берәмеге.
Лаборатор шарттарҙа айырым күҙәнәктәрҙе йәки ағзаны үрсетеп, үҫтереп була. Әммә тормошта тик организм ғына ниндәйҙер башланғыстан:зиготанан, орлоҡтан, споранан үҫешә һәм индивидуаль үҫеш ( онтогенез) процесына һәләтле. Һәр организм үҙ үҫеш программаһына — генотипҡа эйә. Ул мөхит менән туҡтауһыҙ үҙ-ара бәйләнештә йәшәй. Мөхит шарттарына ҡарата тейешле (адекват) яуап реакцияһы бирергә һәләтле берәмек. Һәр организм ниндәйҙер бер биологик төрҙөң вәкиле булып тора.
Фәнни классификация буйынса биологияла «организм» һүҙе «Ерҙәге тереклек» һүҙенә синоним булып тора.
«Организм» термины боронғо грек һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм орган, ҡорал, хеҙмәтләндереү тигәнде аңлата.
Организмдарҙы күҙәнәктәренең төҙөлөш кимәле буйынса прокариот(ядроһыҙҙар) һәм эукариоттарға (ядролылар) бүләләр.
Прокариоттар ике айырым төркөмдән тора ( Бактерия һәм Архей ).
Эукариот организмдар мембрана-тышса менән солғап алынған ядронан һәм органеллаларҙан, атап үткәндә эске бактерияларҙан килеп сыҡҡан митохондриялар һәм пластидтарҙан тора. Бәшмәктәр, хайуандар һәм үҫемлектәр эукариоттар булып торалар..