Оло Башҡортостан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Оло Башҡортостан — ВЦИК-тың 1922 йылдың 14 июнендәге декреты нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы сиктәрҙәге Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың Көнсығыш менән Көнбайышы бергә ҡушыла. Оло Башҡортостан барлыҡҡа килеү менән СССР-ҙа йәшәгән башҡортарҙың 87%-ы Башҡорт АССР-ына берләшә, шул арҡала төп милләт сағыштырмаса һан күләме буйынса 2,5 тапҡырға үҫә. Оло Башҡортостан тигән атама 1930 йй. кантон-улус административ бүленеш бөтөрөлгәнгә тиклем ҡулланылған.
Викидатала элемент тултырылмаған |
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Башҡортостан (мәғәнәләр).