From Wikipedia, the free encyclopedia
Олбани[14][15] (ингл. Albany) — АҠШ-тың Нью-Йорк штатының баш ҡалаһы һәм Олбани округының баш ҡалаһы. 97,9 мең ҡала халҡы һаны, ҡала агломерацияһында халыҡ һаны 870,7 кеше (2010 й.).
Олбани | |
ингл. Albany | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1686 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Albany |
Кем хөрмәтенә аталған | Яков II[d] |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Административ үҙәге | Нью-Йорк һәм Олбани[d] |
Административ-территориаль берәмек | Олбани[d] |
Сәғәт бүлкәте | EDT[d], UTC−5[d], UTC−4[d] һәм America/New_York[d] |
Статистическая область | Capital District[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Гудзон[d] |
Территория перекрывается с | Albany–Schenectady urban area[d][2] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Albany, New York[d] |
Хөкүмәт башлығы | Kathy Sheehan[d][3] |
Халыҡ һаны | 99 224 кеше (1 апрель 2020)[4] |
Процент водной поверхности | 2,4971 процент[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 115 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Нассау[d][6][7], Неймеген[6][7], Квебек[d][6], Тула[6][7][8], Верона[d][6][7][9], Витербо[d] һәм Гент[d] |
Майҙан |
56,813795 км²[10], 21,39 миль² (2010)[11], 56,813927 км² (1 апрель 2010)[5] |
Почта индексы | 12201–12212, 12214, 12220, 12222–12232, 12201, 12203, 12206, 12208, 12212, 12224, 12228 һәм 12232 |
Рәсми сайт | albanyny.gov |
Һештег | Albany |
Число домохозяйств | 41 614 ± 833[12] |
Доход на душу населения | 29 664 $[13] |
Урындағы телефон коды | 518 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Albany, New York[d] |
Олбани Викимилектә |
Күрше Трой, Скенектади һәм Саратога-Спрингс ҡалалары менән тығыҙ бәйле, улар менән бергә баш ҡала округын барлыҡҡа килтергән һәм АҠШ тарихи төбәктәренең береһе булып тора. Был округтың төп өлөшөн Олбани — Скенектади — Трой ҡала агломерацияһы тәшкил итә, Нью-Йорк штатында ҡала халҡы иҫәбе буйынса дүртенсе урында һәм АҠШ-та 56 урында тора.
Олбани үҙ тарихы дауамында мөһим транспорт үҙәге булып тора. XVIII быуат аҙағында һәм ХIХ быуат башында Нью-Йорк штатында түләүле юлдар әүҙем төҙөлә һәм 1815 йылда Олбани шул юл селтәренең үҙәгендә була. Янындағы канал менән берлектә эшләүсе тимер юлдар төҙөү ҡаланы мөһим транзит үҙәгенә әйләндерә, Нью-Йорк штатына Буффало һәм шулай уҡ Мичиган биләмәһенән кешеләр ағыла башлай.
1807 йылда Роберт Фултон пароход линияһын эшләтә башлай, Нью-Йорктан Олбаниға беренсе пароходтар йөрөй башлай. 1810 йылда ҡалала 10 763 кеше йәшәй һәм Олбан иҙурлығы буйынса илдә 10-сы урынға сыға..
1908 йылда АҠШ-тың Олбани муниципаль аэропорты асыла.
Олбани ҡалаһы Нью-Йорктан төньяҡҡа табан 240 км алыҫлыҡта , Мохок йылғаһының Гудзон күленә ҡушылған ерҙән аҙ ғына көньяҡтараҡ ята. Ҡала Гудзон күленең көнбайыш ярында урынлашҡан (уға бик яҡын ғына тора). Ҡала территорияһы убалы, бейек нөктәһе (төньяҡ-көнбайышта) — диңгеҙ кимәленән 99 метр түбән тора.
Олбани территорияһының климаты уртаса континенталь, ҡышы һалҡын, ҡарлы, йәйе дымлы.
2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Олбаниҙа 97 856 кеше йәшәгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.