From Wikipedia, the free encyclopedia
Океан (бор. грек. Ὠκεανός) — боронғо грек мифологияһында илаһ, титан, ерҙе һәм диңгеҙҙе йыуыусы (уратыусы), йылғаларға, инештәргә, диңгеҙ ағымдарына башланғыс биргән иң бөйөк донъя йылғаһы стихияһы; ҡояш, ай һәм йондоҙҙар төйәге[11][12]. Уран менән Геяның улы, һеңлеһе Тефияның ире, бөтә йылға тәңреләренең һәм океанидаларҙың атаһы.
Мартин Личфилд Уэст һүҙҙәре буйынса, бор. грек. Ὠκεανός һүҙенең этимологияһы билдәһеҙ һәм боронғо грек телендә сығышын раҫлаған дәлилдәр табылмай. Шул уҡ ваҡытта һүҙҙең башҡа телдәрҙән үҙләштерелеүенең ышандырырлыҡ варианттары юҡ[13].. Ҡайһы бер ғалимдар һүҙҙең семит килеп сығышын тәҡдим иткән[13][14]. Роберт Бекес гректарға тиклемге һинд-европа булмаған килеп сығышына күрһәтә[15].
Гомерҙа Океан — ул тәңре генә түгел, ә бар тереклектең башы[16][17] Океан — «тәңреләрҙең ата-бабаһы»[18], тап унан «барыһы ла килеп сыға»[19].
Гесиодта Океан — титандарҙың иң олоһо, Уран һәм Геяның (йәғни Күктең һәм Ерҙең) улы, Крондың, Гипериондың һәм Реяның ағаһы, Тефиданың ағаһы һәм ире, уларҙың өс мең ҡыҙы — океанидалар, шул тиклем үк улдары — йылға ағымдары (боронғо грек йылға тәңреләре) тыуған[20][21][17][22].
Океан титандарҙың атаһына һөжүмендә һәм титандарҙың Зевсҡа ҡаршы алышында ҡатнашмай, шуның өсөн дә ул үҙенең юғары хәлен һаҡлап ҡала[23][21][24][22].
Аполлодор буйынса, ул — Зевстың беренсе ҡатынының, Метиданың атаһы[22]. Үҙенең тыныслыҡ һөйөүе һәм изгелеге менән билдәле, мәҫәлән Эсхилдың "Бығауланған Прометей"ында (түбәндә ҡарағыҙ) ул Прометей менән Зевсты яраштырырға тырыша[12][22]. Тәңреләр Океанды олоғайған ата-әсә булараҡ хөрмәт итәләр, үл яңғыҙ йәшәһә лә, уның хаҡында хәстәрлек күрәләр[11].
Алыҫ көнбайышта Океан йәшәү менән үлем донъяһы араһындағы сикте йыуа[22][12], унда ер аҫты батшалығына инеү урыны бар.
Уның һыуҙарының Пегас тигән аты тыуа[25]. Эсхил Океанды ҡанатлы ат эйәһе тип атай[26].
Ҡайһы бер фараздар буйынса, Триптолем һәм Керкоптар (һуңғылары Тейянан, уның үҙ ҡыҙынан йәки һеңлеһе-титаниданан)[27] һәм, шулай уҡ, Эпименид буйынса — Стикс[28], Ехиднаның әсәһе[29] Океандың балалары. Бер вариант буйынса ул нимфа Калипсоның атаһы[30].
Океан һүрәте Гефестың Ахилл өсөн яһаған ҡалҡанын ҡаймалай[12].
LXXXIII орфик гимн уға арналған. Эсхилдың «Бығауланған Прометей» трагедияһының ҡатнашыусыһы[12]. Андрон Галикарнасский Парфенопа һәм Помфолиганы Океандың ҡатындары тип атай.
Посейдондан айырмалы рәүештә, боронғо грек мифологияһында Океан тулы образға эйә түгел, тип билдәләнә[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.