![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/fd/Villased_sokid%252C_STM_1998.jpg/640px-Villased_sokid%252C_STM_1998.jpg&w=640&q=50)
Ойоҡбаш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ойоҡбаштар (рус. Носки́) — эске кейем төрө, тубыҡҡа тиклем барып етмәгән ҡыҫҡа ойоҡ. Кеше аяғына кейер өсөн тәғәйенләнгән парлы кейем предметы. Аяҡ кейеменең ҡайһы бер төрҙәре эсенән ғәҙәттә ойоҡбаш кейәләр. Боронғо замандарҙа ойоҡбашты күндән йәки хайуандарҙың кейеҙләнгән йөнөнән эшләгәндәр. XVI быуат аҙағында ойоҡбаштарҙы машина менән бәйләү барлыҡҡа килә. XIX быуат башынан машина менән бәйләү ойоҡбаш әҙерләүҙә өҫтөнлөклө ысулға әүерелгән.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/4/42/HandKnittedWhiteLaceSock.jpg/320px-HandKnittedWhiteLaceSock.jpg)