From Wikipedia, the free encyclopedia
Ободриттар (бодричтар, абодриттар[1]) — урта быуат славян ҡәбиләләре союзы.
Ободриттар | |
Флаг | |
Туған тел | лех телзәре[d] |
---|---|
Сығышы | Вагрия[d] |
Ободриттар Викимилектә |
Йәшәү урыны — Эльбаның (Лабе) түбәнге өлөшө, хәҙерге Мекленбургтың көнбайышында, Шлезвиг-Гольштейндың көнсығыш өлөшө һәм хәҙерге Түбәнге Саксонияның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, унда древандар йәшәгән.
VII—XII быуаттарҙа ободриттар союзы ререгтар ҡәбиләһе етәкселегендәге конфедерация була[2] .
«Бавария географы» яҙмаһы буйынса, IX быуат уртаһында ободриттарҙың ҡәбилә берлеге дүрт ҡәбиләнән тора: бодричтар үҙҙәре, вагрҙар (нем. vagri), полабтар (лат. polabi) һәм варндар (нем. warnower)[3] .
X быуат аҙағында Велиградты — ободриттар башҡалаһын — немецтар яулап ала һәм Мекленбург тип үҙгәртә. Ғәрәп авторы Ибраһим ибн Яҡуб әҫәрендә 965 йылда ул телгә алына[4] . Замандаштары һүрәтләүе буйынса, Велиград (лат. Magnopolis[5]) әйләнәһе 20 саҡрым самаһы була[6]
Вагрҙарҙың баш ҡалаһы Старгард була, яулап алынғандан һуң Ольденбург тип үҙгәртелә[7], полабтарҙың баш ҡалаһы Ратибор Ратценбург булып китә[8] .
Төрлө ваҡытта башҡа конфедераттар: глиняндар, смолиндар, древандар һ.б. ингән була[9] .
Мөһим йәшәгән урындары: Елово, Зверин, Дубин (Висмар ҡултығы янындағы Зверин күле ярында).
IX быуатҡа ободрит халҡы араһында социаль айырымланыу арта бара, уның феодаль элитаһы барлыҡҡа килә, улар немец дворяндарынан матди мәҙәниәтте ала. Беренсе булып 821 йылда кенәз Славомир христиан динен ҡабул иткән булған, әммә һыуға сумдырылыу һуңыраҡ, XII быуатта ғына булған.
XII быуатта, немецдар менән күп һәм оҙаҡ барған һуғыштарҙан һуң, Изге Рим империяһы менән ҡушылалар. Славян ерҙәрендә күп төрлө уделдар ойошторолған. Шул иҫәптән Мекленбург маркаһы менән 1918 йылға тиклем славян кенәз Никлот тоҡомдары идара итә. Был ерҙәрҙе империяға ҡушҡандан һуң, христианлаштырыу һәм әкренләп «немецлаштырыу» башлана.
Полаб славян теле әкренләп, бигерәк тә рәсми эш яҙмаһы немец телендә булыуҙы талап иткән ҡалаларҙа, немец теленә алыштырыла. Полаб теле ҡайһы бер социаль һәм профессиональ маргиналь төркөмдәрҙәге ҡалаларҙа ҡала, мәҫәлән, балыҡсылар араһында осрай. Рюген утрауында полабиан диалекты XV быуатта юҡҡа сыға, Вендланд төбәгендә древан-полаб диалекты XIX быуат башына тиклем һаҡланған булған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.