![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/30/%25D0%25A5%25D1%2580%25D0%25B5%25D0%25B1%25D0%25B5%25D1%2582_%25D0%259D%25D1%2583%25D1%2580%25D0%25B0%25D0%25BB%25D0%25B8-48.jpg/640px-%25D0%25A5%25D1%2580%25D0%25B5%25D0%25B1%25D0%25B5%25D1%2582_%25D0%259D%25D1%2583%25D1%2580%25D0%25B0%25D0%25BB%25D0%25B8-48.jpg&w=640&q=50)
Нәрәле (һырт)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нәрәле — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Ҡыҫҡа факттар Нәрәле, Характеристики ...
Нәрәле | |
---|---|
![]() | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 8 км |
Киңлеге | 2 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 752 м |
Урынлашыуы | |
54°47′00″ с. ш. 59°38′01″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ябырға
Учалы районы буйлап Шырымбай йылғаһы (Мейәс йылғаһы бассейны) алып Шарҙатма йылғаһына (Уй йылғаһы ҡушылдығы) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо яҡынса 8 км, киңлеге яҡынса 2 км, абсолют бейеклеге 752 м. Һырт уйһыулыҡтар менән йырғыланған; 3 түбәһе бар. Аҫҡы палеозойҙың перидотиттары, дуниттары, пироксениттарынан тора. Һыртта — Мейәс йылғаһы, көнбайыш итәгенән Шырымбай һәм Шарҙатма башлана. Көнсығыш итәгендә Алакүл, Нәрәле, Шерәмбай һ.б. күлдәр бар. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тау тупрағындағы ҡарағай‑ҡайын урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан ғибәрәт.