Ноҡрат йылғаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ноҡрат (чир. Виче, удм. Ватка, рус. Вятка) — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға, Каманың уң ҡушылдыҡтарынан иң ҙурыһы.
Оҙонлоғо 1314 км, йылға бассейны майҙаны 129 мең км2.
Удмурт төньяғында Үрге Кама ҡалҡыулығында башлана, Мамадыш ҡалаһынан 17 км түбәндәрәк Кама йылғаһына ҡоя. Бассейнының төп өлөшө Киров өлкәһе территорияһында, түбәнге ағымы Татарстанда. Оҙонлоғо 1314 км (ТР сиктәрендә – 67 км), бассейнының майҙаны – 129 мең кв.км (ТР сиктәрендә – 4,1 мең кв. км). Иң түбән өлөштәре Куйбышев һыуһаҡлағысының һыу ихтилалы йоғонтоһон кисерә. [2]
Ноҡратҡа ағыу йүнәлешен ҡырҡа үҙгәртеү хас (төньяҡтан көньяҡ-көнбайышҡа, артабан көньяҡ-көнсығышҡа). Ноҡрат — ғәҙәти үҙән йылғаһы, нигеҙҙә һөҙәк яттыҡы киң уйһыулыҡ буйлап аға.
Туйыныуы ҡатнаш, күбеһенсә ҡар һыуҙарынан ҡушыла. Йыллыҡ һыу сығымы уртаса 890 м3/сек. Ноябрьҙың беренсе яртыһында ҡата, боҙҙан апрельдең икенсе яртыһында асыла.
Татарстан республикаһы территорияһында аға торған ҙур йылғалар араһында Ноҡрат – иң саф һыулыһы.
Балыҡҡа бай (ҡорбан балыҡ, судак, суртан, кәлсә, балыҡ, алабуға һәм башҡалар).
Һал ағыҙа торған йылға.
Киров шәһәренә тиклем (688 км), яҙын Кирс шәһәренә тиклем (1068 км) суднолар йөрөй, ләкин күп кенә һайлыҡтарҙа һыу төбөн тәрәнәйтеү эштәре башҡарыу талап ителә.
Ноҡрат һүҙе татар теленә Новгород һүҙен татарлаштырыуҙа кергән.
Йылғаның аталышы төрлө, татар халҡында уны "Нухрат" һәм "Ноҡрат" исеме менән йөрөтәләр. "Нухрат" исеме йылға һәм ҡала исеме булып тора. "Нухрат" һүҙе көмөш йәки болгар аҡсаһын аңлата тигән версиялар ҙә бар.
Йыл һайын йылға тамағына 3 млн тонна йөҙмә килтерелмә сығарыла (уртаса йыллыҡ болғансыҡлығын 105 мг/л). Йыл дауамында минералләшеүе ҙур түгел: һайығыу ваҡытында 320-380 мг/л, ташҡын ваҡытында 80-100 мг/л. Ноҡрат Камаға йыл һайын 4,3 млн самаһы т матдәләр эрегән сығара (уртаса йыллыҡ минералләшеүе 160 мг/л). Улар составында күпселекте гидрокарбонат иондар, кальций, аҙыраҡ күләмдә магний иондары тәшкил итә. [3]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.