From Wikipedia, the free encyclopedia
Носрат Фатих Али́ Хан (13 октябрь 1948, Фейсалабад, Пакистан 16 август 1997, Лондон, Бөйөк Британия) Пакистан йырсыһы, башлыса каввали суфый стилендәге музыканы башҡара[5]. Ул был стилде хөрмәт итеүселәр араһында бик популяр; Гиннесстың рекордтар китабына ярашлы, 2001 йылда уның музыкаһы менән 125 альбом каввали стилен яҙыу буйынса рекорд булып тора.
Носрат Фәтих Али Хан | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Пакистан |
Тыуған көнө | 13 октябрь 1948[3][1][4][…] |
Тыуған урыны | Фейсалабад[d], Пенджаб[d], Пакистан |
Вафат булған көнө | 16 август 1997[3][1][4][…] (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Лондон, Бөйөк Британия |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | остановка сердца[d] |
Ерләнгән урыны | Фейсалабад[d] |
Атаһы | Fateh Ali Khan[d] |
Бер туғандары | Farrukh Fateh Ali Khan[d] |
Һөнәр төрө | йырсы, композитор, музыка педагогы, рассказчик, студийный музыкант |
Музыка ҡоралы | фисгармония[d] һәм вокал[d] |
Дискография | Nusrat Fateh Ali Khan discography[d] |
Жанр | каввали[d] һәм ғәзәл |
Тауыш яҙҙырыу лейблы | Real World Records[d], EMI[d], Virgin[d], Oriental Star Agencies[d] һәм Rehmat Gramophone House[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Носрат Фәтих Али Хан Викимилектә |
Носрат 1948 йылдың 13 октябрендә Пакистандың Лайяллпур (Фейсалабад) ҡалаһында тыуа, уның ата-әсәһе Һиндостандан улы тыуғанға тиклем бер йыл элек күсеп килгән була. Хан ғаиләһе 600 йыл дауамында музыка менән шөғөлләнә.[6] Бала сағында малай вокал һәләттәре менән айырылып тормай[7], шуға күрә атаһы — кавалли стилендә башҡарыусы булараҡ танылыу алған Устад Мөбәрәк Али Хан үҙ улының табип йәки инженер һөнәрен һайлауын теләй. Әммә Носрат 17 йәшендә ғәжәп бер төш күрә, унда уның ҡасандыр баҡыйлыҡҡа күскән атаһы Носратҡа ғаилә эшен дауам итеүен һәм йырсы булырға тейешлеген васыяты итеп әйтә. Шулай итеп, Носрат үҙенең ағайҙары Устад Мөбәрәк Али Хан, Устад Сәләмәт Али Хан һәм Устад Навазиша Али Хандарҙан кавалли сәнғәтенә өйрәнә башлай. 1964 йылда ул атаһының ансамблендә ҡатнаша, ә 1971 йылда, атаһы Устад Мөбәрәк Али Хан ауырығас, 23 йәшлек Носрат Ансабмль етәксеһе булып китә.
Атаһының һәм ағаларының сығыштары яҙмаларына таянып, Носрат каввалиҙы башҡарыуҙа үҙ стилен булдыра, уның эстетик һәм рухи әһәмиәтен яңы кимәлгә күтәрә һәм Пакистанда һәм унан ситтә билдәле башҡарыусы булараҡ таныла. Төп музыка ҡоралдары сифатында табла һәм фисгармонияны ҡулланыла. Уның ағаһы Фаррух Фәтих Али Хан 25 йыл дауамында ансамблдә фисгармонияла уйнай[8].
1985 йылда Носрат Бөйөк Британияла концерт менән сығыш яһай. Ә һуңынан бөтә Европа буйлап гастроль турнеһында була[9].
1989 йылда ул тәүге тапҡыр АҠШ-ҡа гастролдәр менән килә. Шунда уҡ кинофильмдар өсөн музыка яҙҙырыуҙа ҡатнаша[10]. Шул ваҡытта ул Питер Гэбриел менән бергә «Последнее искушение Христа» (1988) фильмына музыка яҙҙырыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ канад музыканты Майкл Брук менән бергә музыкаль альбомдар яҙҙыра. Тап ошо ваҡиғаларҙан һуң музыка сәнғәтендә ул киң танылыу яулай. Артабан тағы бер нисә музыкаль альбом яҙҙыра, көнбайыштың башҡа музыканттары менән хеҙмәттәшлек итә башлай, төрлө (40-ҙан ашыу) илдәрҙә музыкаль турнелар менән була.
1997 йылда, Лондондың Кромвель госпиталендә йөрәге тибеүҙән туҡтау сәбәпле, ул вафат була[11].
Этномузыка белгесе Вирджиния Горлински билдәләүенсә, "Носрат музыкаль мөрәжәғәтнамәнең тәьҫир көсөнә ышана һәм үҙенең музыкаль башҡарыуы ярҙамында дини һәм мәҙәни сиктәрҙе үтергә тырыша[12].
Носрат америка йырсыһы һәм музыканты Джефф Баклиға ҙур йоғонто яһай[13]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.