Новороссия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Новороссия (Новороссия крайы) — XVIII быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй империяһына рус-төрөк һуғыштары һөҙөмтәһендә ҡушылған Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы киң тарихи-мәҙәни төбәк. Новороссияның айырылып торған һыҙаты — уның халҡы, инфраструктураһы һәм тормош рәүеше сағыштырмаса ҡыҫҡа тарихи осорҙа формалаша, ә төбәк үҙе иһә үҙләштерелмәгән яландан тәүҙә Рәсәй империяһының, һуңыраҡ — Украина ССР-ының[1] иҡтисадын тотоп тороусы ҡеүәтле сәнәғәт районына әүерелә.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Новороссия | ||
Осор | ||
---|---|---|
Хәҙерге көндәге өлкәләр | ||
Хәҙерге исеме | ||
| ||
Тарихи өлкә урынындағы хәҙерге өлкәләр: | ||
|
Административ йәһәттән был ерҙәр төрлө ваҡытта Новороссийск губернаһын һәм Новороссийск-Бессарабия генерал-губернаторлығын барлыҡҡа килтерә. XX быуат башының административ-территориаль бүленешенә ярашлы, Новороссия үҙ эсенә тар мәғәнәлә Херсон, Екатеринослав һәм Таврия губерналарын, киң мәғәнәлә — шулай уҡ Бессарабия, Ставрополье губерналарын, Дон ғәскәрҙәре өлкәһен[2] үҙ эсенә ала. Новороссия атамаһы XX быуат[3] башына тиклем ҡулланыла, әммә Граждандар һуғышынан һуң терминды ҡулланыу тыйыла. Ошо ерҙәр Украина составына ингәндән һуң Новороссия урынына «Яңырыу» «Көньяҡ Украина» һәм «Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы» терминдары лексиконға инә.
2014 йылда термин Украинаның Көньяҡ-Көнсығышындағы[4][5] Рәсәй мәнфәғәтендәге[6] ҡаршылыҡтар барышында яңы ҡулланылыш ала. Украинаның көнсығышында ҡораллы низағ башланғандан һуң тарихи «Новороссия» исеме аҫтында 2015 йылда Минск килешеүҙәрен имплементациялау өсөн эшмәкәрлектәре ваҡытлыса туҡтатылған Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының конфедератив берлегенә инә.