Никола Тесла
физик, инженер, электротехника һәм радиотехника өлкәһендә уйлап табыусы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ни́кола Те́сла (сер. Никола Тесла— 1856 йылдың 10 июлендә Австрия империяһының, хәҙерге Хорватияның Смилян ҡалаһында тыуған — 1943 йылдың 7 ғинуарында АҠШ-та Нью-Йорк ҡалаһында вафат) — физик, инженер, электротехника һәм радиотехника өлкәһендә уйлап табыусы. Австро-Венгрияла бала сағы үткән, 1891 йылда АҠШ гражданлығы алғас, Франция һәм АҠШ-та эшләгән.
Никола Тесла | ||||
сер. Никола Тесла | ||||
Тыуған көнө |
10 июль 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Смилян ауылы, Госпич, Австрия империяһы (хәҙер Хорватияла) | |||
Вафат көнө |
7 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (86 йәш) | |||
Вафат урыны | ||||
Ил | ||||
Ғилми даирәһе |
Физик, инженер-механик, инженер-электрик | |||
Эшләгән урыны |
Европа, АҠШ | |||
Альма-матер |
Карлов университеты | |||
Уҡыусылары |
Бернард Дж. Истлунд[1] | |||
Ниндәй өлкәлә танылған |
Уйлап табыусы, | |||
Награда һәм премиялары |
Миҙалдар Э. Крессиан, Дж. Скотт, Т. Эдисон[2]. | |||
Автограф | ||||
XIX—XX быуат башында электричество һәм магнетизм үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә фәнни-революцион өлөшө менән билдәле. Тесланың патенттары һәм теоретик хеҙмәттәренә нигеҙләнеп ҡоролған, алмаш токта эшләүсе ҡоролмалар, күп фазалы электр двигателдәре, сәнәғәт революцияһының икенсе этабын барлыҡҡа килтерә.
Ул, шулай уҡ, эфир гипотезһы яҡлы булыуы менән билдәле. [3].
Тесла исеме менән магнит индукцияһын үлсәү берәмеге аталған. Ғалим Э. Крессон, Дж. Скотт, Т. Эдисон миҙалдары менән наградланған. Замандаштары уны «XX быуат тарафынан уйлап табылған ғалим» тип иҫәпләй. Радио мөмкинлектәрен күрһәткәс, Тесла инженер-электрик булараҡ билдәле була. Тесланың хеҙмәттәре элетротехника фәненә юл аса, уның асыштары инновацион әһәмиәткә эйә була. АҠШ-та Тесла билдәлелеге буйынса теләһә ниндәй ғалим менән ярыша ала.