![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/77/Nyenschantz_model.jpg/640px-Nyenschantz_model.jpg&w=640&q=50)
Ниеншанц
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ниеншанц — рус телендә нығынған швед Нюенсканс атамаһының немец телле варианты (швед. Nyenskans, «Нева нығытмаһы») — ҡәлғә, швед Ниен (швед. Nyen), йәки Ниенштадт ҡалаһының төп нығытмаһы. Ҡала һәм уны һаҡлаусы ҡәлғә Охта йылғаһының Неваға ҡойған урынында урынлашҡан.
Ниеншанц | |
швед. Nyenskans | |
Нигеҙләү датаһы | 1611 |
---|---|
![]() | |
Нигеҙләүсе | Швеция |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Красногвардейский район[d] |
Имеет границей | Нева һәм Охта[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | list of cultural heritage monuments in Krasnogvardeysky District, Saint Petersburg[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Указания, как добраться | Участки вдоль берега р. Невы по Малоохтинской набережной (вокруг мемориала "Ниеншанц"), на левом берегу р. Охты и севернее съезда с Большеохтинского моста |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1611 |
![]() |
Ниеншанц ҡәлғәһе Охта моронон биләй, төньяҡ-көнсығыштан Ниенштадҡа ҡаршы булған Охтаның һул ярына, ә көнбайыштан Неваның һул ярына сыға.
Ниенштадт ҡалаһы Охта йылғаһының уң ярында, уға Чернавка йылғаһының ҡойған урынында тора[1][2][3].
Был йылғаның Охтаға ҡойған урынында уның уң ярында Баҙар майҙаны була һәм ҡаланың ратушаһы тора, ә юғарыраҡ шул уҡ ярҙа лютеран сиркәүе һәм мәктәп урынлаша[4].
Барлыҡҡа килгән мәлендә ҙур ҡала ултырағы булараҡ Ниенштадт (Ниеншанц ҡәлғәһе менән) Ниеншанцтан алда килеүсе булып тора. Ниенштадт һәм Ниеншанц торған территолриялар Петербургтың Красногвардейск майҙанына ҡарай. Бында, ҡәлғә бастиондарының береһе урынында, 2000 йылдың 15 июнендә граниттан «Ниеншанц ҡәлғәһе» тигән иҫтәлекле билдә асыла
Ниеншанц ҡәлғәһенә 1611 йылда Выборг трактатын үтәмәү һылтауы менән Рәсәйҙән тартып алынған ерҙәрҙә швед полководецы Эверт Горн нигеҙ һала.
Ҡала һәм ҡәлғәләр исемдәренең альтернатив варианттары — Ниешанц, Шлотбург, Канец була ( иҫке орфография: Ніешанцъ, Шлотбургъ, Канецъ)[5].