From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостанда немецтар — Башҡортостан халыҡтарының береһе. Күпселеген Стәрлетамаҡ һәм Туймазы райондарында, Өфө, Ишембай, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында ойошоп йәшәйҙәр.
Немецтар Башҡортостанда |
Диндәре: лютерандар, католиктар.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, немецтар һаны:
1897 йылда Өфө губернаһында— 1,1 мең кеше, Ырымбур губернаһында — 5,5 мең кеше.
БАССР-ҙа 1926 йылда — 6,5 мең, 1939 йылда — 6,3 мең, 1959 йылда — 12,8 мең, 1970. — 12,1 мең, 1979 йылда — 11,3 мең, 1989 йылда — 11 мең кеше йәшәгән,
Башҡортостан Республикаһында 2002 йылда — 8,2 мең, 2010 йылда — 5,9 мең кеше.
Немец халҡының тәүге ауылдары 17 быуатта, улар Өфө гарнизонында хеҙмәт иткән ваҡытта, барлыҡҡа килгән.
1894-йылдарҙа Башҡортостанға хәҙерге Дәүләкән районы биләмәләрендә ауылдар ойошторған немец-меннониттар күсеп килә. Дәүләкәнгә улар Европанан тирмәндәр өсөн иң яҡшы ҡоролмалар ҡайтарта. Немецтар революцияға тиклем Балтика буйына, сит илгә (Германияға) ашлыҡ та һата. Коммерсант Фризендың шәхси фотоательеһы һәм китап магазины була. Фризен асылмалар (открыткалар) эшләп сығара башлай. Улар Рәсәй, хатта Европа илдәре буйлап тарала: был яҡтарға, Дим буйынса ҡымыҙ менән туберкулездан дауаланыу өсөн йәйгеһен кеше күпләп килә. Фризен ял итеүселәр өсөн фотоателье ойоштора, ял итеүселәр туғандарына санаторий күренештәре менән асылмаларҙы туғандарына ебәрә. Шулай итеп, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, Дим буйы санаторийҙарына реклама эшләйҙәр. Дәүләкәндәге немецтар революциянан һуң, 1930-сы йылдарҙа сит илгә китә. Меннониттар Канадаға күпләп күсенә.
Маяковскийҙың Америкалағы сәйәхәте ваҡытындағы тәржемәсеһе һәм уның ҡыҙының (Хелен Патрисия Томпсон- Елена Маяковская) әсәһе Элизабет Петровна Зиберт (Элли Джонс) Дәүләкәндә тыуған.
Столыпиндың аграр реформаһы йылдарында хәҙерге Благовар районындағы ерҙәргә Малороссиянан (хәҙерге Украинанан) немецтар күсеп килгән.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР-ға, Волга буйы немецтары АССР-ы бөтөрөлгәс, немецтар күсерелгән. Улар башлыса Ишембай һәм Өфө ҡалаларында трудармияла хеҙмәт иткән.
1984 йылда немецтарҙың ФРГ-ға китеүе башланған.[1]
1993 йылдан һуң немецтарҙың күп өлөшө Германияға эмиграцияға китә. Бер нисә йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Өфө районының Алексеевский советынан немец халҡының өстән бер өлөшө күсеп китә. Был немецтарҙың Волга буйы автономияһы тергеҙелеүенә өмөтө өҙөлөү һәм уларҙың Рәсәйҙәге киләсәк яҙмышы билдәһеҙ булыу менән бәйле.
Башҡортостан Республикаһында (2010 йыл мәғлүмәттәре) немецтарҙың иң ойошоп йәшәгән ерҙәре: Өфө (1638), Октябрьский (754), Стәрлетамаҡ (527), Салауат (291), Ишембай (245), Бәләбәй (149), Нефтекама (136) ҡалаһы, Дәүләкән һәм Дәүләкән районында (349), Туймазы ҡалаһында һәм Туймазы районында (344), Бәләбәй ҡалаһында һәм Бәләбәй районында (149), Благовар (347), Әлшәй (97), Өфө (96) райондарында.
Немецтарҙың традицион усадьбаһының айырым һыҙаты булып торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтыларын дүртмөйөш рәүешендә берләштергән бина тора. Традицион ҡатын.-ҡыҙ кейеме кофтанан,бөрмәле итәктән, алъябыуҙан, баш яулығынан тора; ирем-егет кейеме — күлдәктән, салбарҙан, жилеттан, эшләпәнән тора. Аяҡ кейемдәренән күн башмаҡ иң киң ҡулланылғаны. Традицион аш-һыуҙа йорт туҡмасы һалынған тауыҡ һурпаһы, ыумаслы аш, борщ, емеш-еләк ашы, сусҡа ите менән кәбеҫтәле ҡаҙ, бәлеш, рулет, төрлө колбасалар. Традицион христиан байрамдары билдәләнә.
1989 йылдан Башҡортостан Республикаһы немецтарының «Видергебурт» тип аталған мәҙәни-ағартыу союзы, 1998 йылда — Пришиб ауылында «Алексеевский» тарихи-мәҙәни үҙәге, 2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы немецтарының Милли-мәҙәни автономияһы эшләй.
СССР-ҙың Европа өлөшөндә йәшәгән немецтар кеүек депортация, хеҙмәт армияһы, Алтайҙа, хәҙерге Пермь крайында, Башҡортостанда спецпоселениела була. Һуғыштан һуң Саратов нефть техникумын, шунан институт тамамлап, экономист һөнәре алып сыға. « Башнефтегеофизика» производство берләшмәһенең нормировщик вазифаһынан генераль директорҙың экономика буйынса урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Quellen/ Источники:„Neues Leben“ Центральная газета российских немцев.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.