From Wikipedia, the free encyclopedia
Наталья Дорота Партыка (пол. Natalia Dorota Partyka, 27 июль 1989 йыл[4], Гданьск) — Польша спортсыһы, өҫтәл теннисы уйынсыһы, өс тапҡыр Европа чемпионаты призеры, өс тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы (2004, 2008, 2012), паралимпсылар араһында күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы. 2008 йылда 5-се дәрәжәләге Польша Яңырыуы ордены менән бүләкләнә.
Тыуғанда иңбашы һәм уң ҡулы булмай, спортсылар өсөн яраҡлы ярыштарҙа ла[5], шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн ярыштарҙа ла ҡатнаша.
1999 йылда Партыка инвалидтар араһында донъя чемпионатында өҫтәл теннисы буйынса үҙенең тәүге халыҡ-ара миҙалын яулай. 11 йәшенән ул 2000 йылда Сиднейҙа йәйге Паралимпия уйындарында ҡатнаша, Паралимпия уйындарының иң йәш ҡатнашыусыһы була. 2004 йылда Афиналағы Паралимпия уйындарында яңғыҙ разрядта алтын миҙал, команда зачетында көмөш миҙал яулай. Шул уҡ йылда Халыҡ -ара федерацияһы ойошторған (ITTF)өҫтәл теннисы буйынса Европа кадеттар чемпионатында ике алтын миҙал яулай. Һуңғы ярыш хеҙмәткә яраҡлы конкуренттар өсөн тәғәйенләнә. 2006 йылда Партыка Европа Паралимпия чемпионатында өс алтын миҙал яулай, Халыҡ-ара паралимпия комитетының инвалидтар өсөн чемпионатында өҫтәл теннисы буйынса ике алтын һәм бер көмөш, һәм Европа чемпионатының команда зачетында ITTF юниорҙары араһында көмөш миҙал яулай. 2007 йылда ошо уҡ ярышта бер бронза һәм ике көмөш миҙал яулай. 2007 йылда Европа паралимпия чемпионатында өс алтын миҙал һәм донъя чемпионатының юниор командалары араһында бронза яулай[6].
Наталья 2008 йылда Олимпия һәм Паралимпия уйындарында ярышыусы ике спортсының береһе була, икенсеһе йөҙөүсе Натали де Туа. Был уның беренсе Олимпия һәм өсөнсө Паралимпия уйындары була. Пекин Паралимпияһында 10 класс буйынса көнәркәшлектә ҡытайлы Фан Лейҙы 3:0 иҫәбе менән еңеп, алтын миҙал яулай[7].
2008 йылда Пекиндағы Паралимпия уйындарында, 2004 йылғы Паралимпия уйындары һөҙөмтәләрен ҡабатлап, яңғыҙ разрядта алтын, командалы зачетта көмөш миҙал яулай. 2012 йылда Лондонда шәхси 10 класс буйынса Паралимпияла алтын, һәм шулай уҡ 6-10 класс буйынса командалы зачетта бронза яулай. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола командалы 6-10-сы кластарҙа сираттағы алтынын ота, шулай уҡ шәхси разрядта еңеүсе була (10 класс).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.