Насир әл-Мүлк мәсете
From Wikipedia, the free encyclopedia
Насир әл-Мүлк мәсете (фарс. مسجد ناصر الملک) — Шираздағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһе. Шираздың тарихи үҙәгендәге Лотф Али-шаһ урамында, Шаһ-Черах мавзолейына яҡын ғына урынлашҡан[1].
Мәсет 1870—1880 йылдарҙа Каджар династияһынан булған Мирза Хәсән Али Насир әл-Мүлк үтенесе буйынса, архитекторҙар Мирза Мөхәммәт Хөсәйен-Мемар һәм Мөхәммәт Риза Каши Пазе Ширази тарафынан төҙөлгән.