Нарва (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нарва (Нарова[1]; эст. Narva jõgi һәм Naroova) — Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Ленинград өлкәһе сигендәге йылға. Әҙәбиәттә шулай уҡ Алуксе (боронғо исеме Нарова[2]) һәм Бәк[3] атамалары осрай, һуңғыһы XVII быуатта шведтар хакимлыҡ иткән дәүерҙә ҡулланылған һәм Олеарийҙың яҙмаларында телгә алына. Йылға буйында Рәсәйҙең Ивангороды һәм эстондарҙың Нарва һәм Нарва-Йыэсуу ҡалалары урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта йылға ярҙарын ике күпер тоташтыра. 1991 йылдан йылға фарватеры буйлап рәсәй- эстон сиге үтә. Йылға яры буйындағы төбәк Принаровье атамаһын йөрөтә.
Нарва | |
---|---|
эст. Narva | |
Нарва (һулда) һәм Ивангород (уңда) ҡалалары араһында Нарва йылғаһы | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 77 км |
Һыу сығымы | 399 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Чуд күле |
· Бейеклеге | 30 м |
· Координаталар | 58°59′14″ с. ш. 27°43′49″ в. д._type:river&title=%D0%9D%D0%B0%D1%80%D0%B2%D0%B0+%28%D0%B9%D1%8B%D0%BB%D2%93%D0%B0%29%2C+%D0%B8%D0%BD%D0%B5%D1%88 HGЯO |
Тамағы | Нарва ҡултығы |
· Урынлашыуы | Нарва-Йыэсуу ҡалаһы, Эстония |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 59°28′12″ с. ш. 28°02′36″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Балтик диңгеҙе |
Россия | Ленинград өлкәһе |
Эстония | Ида-Вирумаа |
РДҺР | 01030000412104100000010 |
Нарва Викимилектә |
Йылға Чуд-Псков күленән башлана һәм Балтиҡ диңгеҙенең Фин ҡултығындағы Нарва ирененә ҡоя.
Гидроэлектростанциялар: Нарва ГЭС-ы.
Йылға буйындағы ҡалалар: Нарва, Нарва-Йыэсуу (Эстония) һәм Ивангород (Рәсәй).
Судноларҙың йөрөүе: Нарва ГЭС-ынан түбәнерәк (14,9 км) һәм Нарва һыуһаҡлағысында (15 км) суднолар йөрөй, шулай итеп, йылға майҙанының 40 проценты суднолар йөрөүгә яраҡлы.
Төп ҡушылдыҡтары: Плюсса, Россонь
Йылға башында, Чуд күленән сыҡҡан урынында, Эскәмйә (Рәсәй) һәм Васкнарва (Эстония) ауылдары урынлашҡан. Васкнарвала (Сыренце) 1349 йылда төҙөлгән һәм аҙаҡ емерелгән орден һарайы емереклектәре ята. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — Васкнарва янында уртаса йыллыҡ һыу ағымы — 321 куб.м/сек, йәғни уртаса йыллыҡ һыу ағымы 10,123 куб. км. Ағым буйынса саҡ ҡына түбәнерәк, Омут (Рәсәй) ауылы янында, дөйөм бейеклеге 5 метр самаһы булған Омут һикәлтәләре ҡалҡып сыға, әммә улар ваҡ суднолар йөрөүгә ҡамасауламай. Йылға тамағынан Нарва һыуһаҡлағысына тиклем 40 километрҙа Эстонияның төньяҡ-көнсығышында һәм һәм Рәсәйҙең Ленинград өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында йылға һаҙлыҡлы урман аша аға. Йылғаның был өлөшөндә уға Чёрная йылғаһы (Мустайыги) һәм бер нисә бәләкәй йылғасыҡ ҡушыла. Нарва үрге ағымында, эрерәк утрауҙар барлыҡҡа килтереп, тармаҡланып аға. Ҡайһы бер утрауҙарҙың киңлеге хатта йылға киңлеге тиклем була. Атап әйткәндә, Верховский утрауын урап үткән тармаҡтың киңлеге яҡынса 900 метрға етә.
Нарва йылғаһының урта ағымында йылға улағын Нарва һыуһаҡлағысы ҡаплап ята.
Нарва шарлауыҡтарының түбәнге ағымында Дуҫлыҡ күперенә тиклем тәрәнлеге 20 метрға еткән каньонда Нарва үҙәне урынлашҡан. Нарва йылғаһы каньоны — дәүләт тарафынан һаҡланған ландшафт заказнигы. Нарва ГЭС-ынан башланып, плотинанан сирек км түбәнерәк, йылғаның ҡороған улағында Кренгольм утрауы ята, ул Эстонияның иң көнсығыштағы утрауы һәм бер үк ваҡытта был илдең иң көнсығыш нөктәһе. Утрауҙың оҙонлоғо яҡынса 750 м һәм киңлеге яҡынса 200 м. Утрауҙа Кренгольм мануфактура фабрикаһы урынлашҡан. Нарва был урында, утрауҙы үткәреп ебәрергә теләгәндәй, ике тармаҡҡа бүленә. Һул яҡтағы тармаҡ (эстон) киңлеге — 40 метр, уң яҡтағыһы (дөйөм) — 85 м. Кренгольм утрауын һул яр менән бәйләү өсөн һул яҡ тармаҡ аша (көнбайыш) өс күпер һалынған (әммә уң яры менән бәйләнеш юҡ).
Нарваның ҡоро улағында урыҫ шағиры Петр Вяземский тасуирлап яҙған Нарва шарлауыҡтары һәм тупһалары урынлашҡан. Һыуһаҡлағыс булмаһа, һәр секунд һайын 7 метрлыҡ бейеклектән 380 кубометр һыу атылып торор ине, әммә шарлауыҡ аҙнаһына бер тапҡыр ғына «тоҡандырыла». Кренгольм шарлауығының һул яғының бейеклеге — 4 метрҙан 6 метрға тиклем, ә уң яҡтағы Йоальский (һул) шарлауығының бейеклеге — 6 метрҙан 7,5 метрға тиклем. Шарлауыҡтарҙың дөйөм киңлеге — 125 метр, Йоальский (һул) уң шарлауыҡтан бер аҙ ҡыҫҡараҡ. Ҡоро үҙән аша Балтик-Ладога һикәлтәһенең (Төньяҡ-Эстон глинты) бер «киҫәге» үтә. Шарлауыҡтар булғанға күрә, Чуд күленән Нарва йылғаһы буйлап Фин ҡултығына туранан-тура йылға буйлап суднола барыу мөмкин түгел. Йылғаның ҡоро улағының оҙонлоғо 1,6 км, ул Нарва плотинаһынан башлана һәм Нарва ГЭС-ынан 500 метрға юғарыраҡ урында тамамлана. Нарва ГЭС-ынан һуң йылғаның ағымы шәбәйә.
Артабан йылға тағы ла 2,2 км самаһы Нарва һәм Ивангород ҡалалары сигенән аға, ә ҡалған 12 километрҙа ылыҫлы урман менән ҡапланған яр буйлап бара һәм юлында бер нисә утрау (Петроский һәм Канну утрауҙары) эргәһенән үтә. Нарва тамағынан 700 метрҙа уға Россонь (Россона) йылғаһы ҡушыла. Россонь көнсығышҡа табан 15 километрҙа ағып ятҡан Луга һәм Нарва йылғаларын тоташтыра. Россонь йылғаһы ҡыҙыҡ бифуркация күренешенә эйә. Нарва һәм Луга йылғаларындағы һыу миҡдарына ҡарап, Россонь йә бер яҡҡа, йәғни Нарва яғына, йәки Луга яғына ағып ята.
Нарва йылғаһы Балтиҡ диңгеҙенең Фин ҡултығындағы Нарва ирененә ҡойған урында Нарва-Йыэсуу (Эстония) ҡала-курорты урынлашҡан .
М. Фасмер тәҡдим иткән этимология иң популяр булып иҫәпләнелә, ул йылға атамаһын вепс телендәге narvaine «тупһа» һүҙе менән сағыштыра. Һуҙынҡыларҙың алмашынып килеүен (боронғо урыҫ телендәге Нарова, Норова, Нерова) иҫәпкә алһаҡ, атаманың балтиҡ диңгеҙе буйында киң таралған гидроним тамырынан булыуы ла ихтимал: *Nar-/*Ner- (сағ. урыҫ. нырять)[5]. Ниһайәт, бороңғо герман теленән үҙләштерелгән *narwa «тар» (сағ. ингл. narrow) булыуы ла мөмкин, йыш ҡына был һүҙ тарбоғаҙҙы аңлата.
1681[6], 1684[7], 1900[8], 1905[9], 1933 й.[10] йылдарҙа йылға картала Нарова булараҡ билдәләнә.
Йылға исеме 1927 йылда эстон яғы инициативаһы менән алмаштырыла. 1927 йылда нәшер ителгән «Старый Нарвский Листок» гәзите был ваҡиғаны түбәндәгесә һүрәтләй: «Академик Туған тел йәмғиәте тәҡдименә ярашлы һәм Вирский округы идаралығы ҡарары буйынса („Riigi Teataja“ 1927 йыл № 5) „Нарова“ һүҙе урынына хәҙер „Нарва“ һүҙе ҡулланыласаҡ. Шуға күрә атамалар түбәндәгесә буласаҡ: Усть-Нарва, Нарва олоҫо һәм Нарова йылғаһы .»
1976 йылғы картала йылға Нарва (Нарова) йылғаһы тип билдәләнә[11].
Нарва балыҡҡа бик бай. Бында плотва, алабуға, ҡорман, суртан, ҡыҙылғанат һәм башҡа ошондай уҡ төрҙәге балыҡтар бар, Чуд күлендә һәм Нарва һыуһаҡлағысында ла ошо балыҡтар үрсей. Түбәнге ағымында һөмбаштар, шулай уҡ гурмандар яратҡан Нарва миногаһы ла осрай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.