![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/4/4a/Naag_pooja.jpg/640px-Naag_pooja.jpg&w=640&q=50)
Нага Панчами
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нага Панчами — Һиндостанда, Непалда, һәм индуизм динен тотоусылар йәшәгән башҡа илдәрҙә билдәләнгән традицион Нагларға табыныу көнө.[1] Табыныу Шравана (июль/август) ай календаре айының яҡты яртыһында, яҡты яртыһының бишенсе көнөндә тәкъдим ителә; ҡайһы бер Һиндостан штаттарында, миҫал өсөн, Гөжаратта, Нага Панчами шул уҡ ай Кришна Пакшаның ҡараңғы яртыһында байрам ителә.[2] Байрам итеү өлешө булып Нага йәки көмештән, таштан, ағастан ясалған йылан Илаһы йәки йыландар рәсеменә һөт ағыҙалар һәм ғаилә байлығы өсөн алҡышлар һорайлар. Был көндә тере йыландарға, айыруса кобраларға табыналар, айыруса һөт тәкъдим итеү менән һәм йыландарны тыюсы ярдәме менән. Маһабһаратам эпосында оло фекер ияһе Астиканың батша Джанамеджайя II-нең йыладнар ҡорбан биреүен (Сарпа Сатра)һын туҡтатуы киң мәғлүм, чөнки был ҡорбан биреүе ваҡытында Маһабһаратам тулайым оло фекер ияһе Вайсампаяна тарафыннан һөйләнгән булған. Был яджна ҡорбан бирүе Джанамеджайя тарафыннан Нагалар расаһын һәрбер йыланны юҡ итеү өсөн башкарылан булған, Такшаканың үлем тешләүенә күрә уның атаһы Парикшита үлеменә үс итү өсөн эшләнгән булған. Астиканың бәреп керүенә күрә ҡорбан биреү туҡтатылған көн Шравана айының Шукла Пакша Панчами көнөндә булған. Шуннан һуң был көн Нага Панчами булараҡ байрам ителә. Нага Панчами байрамында Нагларға, кобраларға һәм йыландарға һөт, татлы әйберләр, ҫәҫкәләр, лампалар һәм башҡа ҡорбан биреүләр менән табыналар.
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/73/Naag_or_serpent.jpg/640px-Naag_or_serpent.jpg)
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?
: |
Нага Панчами | |
![]() | |
Ил | Һинд субконтиненты |
---|---|
Йылдың көнө | Shraavana Shukla Panchami[d] |
![]() |
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/c8/Snakesacrifice.jpg/320px-Snakesacrifice.jpg)