Мәскәү йәмиғ мәсете
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәскәү йәмиғ мәсете — Мәскәүҙә иң ҙур һәм боронғо мәсеттәрҙең береһе. Мәскәү мосолмандары ойошмаһы символы булып тора һәм Рәсәйҙәге иң билдәле мәсеттәрҙең береһе.[1]. Мәсеттең тәүге бинаһы 1904 йылда төҙөлгән. 2011 йылда ул яңынан төҙөү өсөн емертелгән. Өр-яңы мәсетте асыу тантанаһы 2015 йылдың 23 сентябрендә була. Мәсет Мещан районының Выполозов тыҡырығында, Дуров урамы һәм Олимпия проспекты ҡаршыһында, «Олимпийский» спорт комплексына яҡын ғына урынлашҡан. Янында «Тыныслыҡ проспекты» метро станцияһы. [2].
Ҡыҫҡа факттар
Мәсет | |
Мәскәү йәмиғ мәсете | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Ҡала | Мәскәү |
йүнәлеш, мәктәп | Сөнниселек, Әбү Хәнифә мәҙһәбе |
Диниә назараты, мөхтәсибәт | ДУМЕР, Мәскәү ҡала мөхтәсибәте |
Мәсет төрө | Йәмиғ мәсете |
Архитектура стиле | византия |
Проект авторы | Н. А. Жуков |
Төҙөүсе | С. Ю. Ерзин |
Төҙөлөү датаһы | 1904 йыл |
Төп даталары: 11.9.2011 — 1904 йылғы бинаны емереү | |
Манаралар һаны | 2 |
Торошо | Хеҙмәтләндерә |
Сайт | mihrab.ru |
Мәсет Викимилектә |
Ябырға
1904
Ҡыҫҡа факттар Тышҡы видеофайлдар, Мәскәү йәмиғ мәсете ...
Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Мәскәү йәмиғ мәсете | |
Тыныслыҡ проспектында Мәскәү Йәмиғ мәсете |
Ябырға
1996 йылдан алып Мәскәү йәмиғ мәсете биләмәһендә, айырым бинала Рәсәй мөфтийҙәр шураһы һәм резиденцияһы урынлашҡан. Мөфтөй — Рауил Ғәйнетдин[3].