Мәсемтау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәсем — Бөрйән районында урынлашҡан Көньяҡ Уралдың тау массивы. Бейеклеге 1040,3 м. 1000 м-ға еткән Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендәге тау һырты. Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Баҙал тауының көнбайышында, «Алтынсолоҡ» заказнигы биләмәһендә, Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Баҙал һыртынан көнбайышҡа ҡарай, Шүлгәнташ мәмерйәһенән 16 км алыҫлыҡта ята.
Мәсем | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 1040,3 м |
Урынлашыуы | |
53°09′07″ с. ш. 57°15′18″ в. д._type:landmark HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Атамаһы ете башҡорт ҡәбиләһенең ханы — Мәсем исеменән алынған. Ошо тау итәгендә уның йәйләү урыны булған. Мәсем хандың исеме Аҡбуҙат һәм Бабсаҡ менән Күсәк бей эпостарында ла нығынып ҡалған. Ул мифик персонаж түгел. Исеме башҡорт шәжәрәләрендә урын алған тарихи шәхес.[1]) [2]) Мәсемтау — туристар тарафынан иң теләп һайланған маршруттарҙың береһе[3].
«2008—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында туризм индустрияһын үҫтереү» исемле республикан программала Мәсемтауға айырым иғтибар бүленә. Сөнки, башҡорт эпостарында күп тапҡырҙар телгә алыныуы, һунар туризмы, атлы туризм өсөн сығанаҡ була алыуы, туристар өсөн экстремаль сәйәхәт ойоштороу мөмкинлеге менән уғата иғтибарға лайыҡ урындарҙың береһе[4].