From Wikipedia, the free encyclopedia
Мүдәжәр, «мүдәжәр» стиле (исп. mudéjar ҡалырға рөхсәт алғандар; ғәр. مدجّن [mudaǧǧan] — эйәләтелгән) — Испанияла киң таралған, архитектурала, монументаль-биҙәү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә сағылыш тапҡан художестволы стилдең шартлы атамаһы[1][2].. Исеме мүдәжәр булараҡ билдәле дини төркөмдән алынған.
Мүдәжәр | |
Дәүләт |
Испания Португалия |
---|---|
Мүдәжәр Викимилектә |
Мүдәжәр Кастилия (Толедо), Арагон (Сарагоса), Каталония һәм Әл-Әндәлүстә (Кордова, Севилья) таралған. Стиль мосолман һәм христиан оҫталары тарафынан булдырылған, һәм ҡатмарлы формала мавритан сәнғәте элементтарын берләштергән (архитектурала ғәрәп даға һымаҡ аркаларҙың формалары, планында йондоҙло һәм ҡумталы «күҙәнәкле» көмбәҙҙәре — артесонадо һаҡланған[3]. Испандар тартып алған ерҙәрҙә мавритан сәнғәте традициялары христиандарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә йоғонто яһаған халыҡ мүдәжәре һәм башлыса һарайҙа төҙөлөштәрендә ҡулланылған һарай мүдәжәре үҙ-ара айырыла (Севилья Алькасары)[1].
XII—XVI быуаттарҙа Испания архитектураһында, һынлы сәнғәттә һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә үҙенсәлекле синтетик стиль барлыҡҡа килә , унда мавритан, готика һәм (һуңыраҡ) ренессанс сәнғәте элементтары тығыҙ үрелеп бара. «Мүдәжәр» стилендәге әҫәрҙәрҙе мосолман һәм христиан оҫталары ижад итә. Мүдәжәрҙар сәнғәте-художество сифаты буйынса бер төрлө булмаған һәм һәр ваҡыт шартһыҙ булмаған күренеш; тикшеренеүселәр уның хатта иң яҡшы өлгөләренә хас икенселлек төҫмөрөн билдәләй.[4]
Мүдәжәр стилендә мавритан архитектураһының төп конструктив элементтары : даға рәүешендәге (ҡайһы берҙә уҡлы тамамланған) арка, һигеҙ саталы йондоҙ барлыҡҡа килтереүсе көмбәҙле япмалар, йыйылма ағас түшәмдәр, гипс орнаменты һәм стеналарҙағы төҫлө һыҙаттар, шулай уҡ аҡһыл-зәңгәр төҫтәге ацулей, йәки асулехос һаҡланған. Биналарҙың тере һәм ирекле арауыҡ композицияһының нигеҙе булып эске ихата хеҙмәт итә, уның тирәләй башҡа биналар тупланған. Ҡоролмалар ябай, рациональ, климат шарттарына бик яҡшы яуап биргән планлаштырыу менән айырылып тора; мүдәжәр стилендә торлаҡ биналар теләп төҙөлә — шулай уҡ арзан материалдар (кирбес, ағас, гипс) һәм халыҡ оҫталарының арзан эшсе ҡулдары йәлеп итә. Стиль Кастилия (Толедо), Арагон (Сарагоса), Каталония һәм Әл-Әндәлүстә (Кордова, Севилья) айырым үҫеш ала
XIV быуаттан готика һәм мавритан традицияларының дөйөм ҡушылыу процесы бөтөнлөк һәм органик характерға эйә була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.