Муғалжар
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Муғалжар (ҡаҙ. Мұғалжар) — Урал тауҙарының Ҡаҙағстанға барып сыҡҡан көньяҡ армыты, Гөбөрлө тауҙарынан көньяҡта ята. Тәпәш кенә ташлы убалар теҙмәһе.
Муғалжар | |
Тау һырты | Урал тауҙары |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Аҡтүбә өлкәһе[d] |
Иң юғары нөктә | Боктыбай[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 657 метр |
Оҙонлоҡ | 200 km |
Киңлек | 30 km |
Муғалжар Викимилектә |
Күпселектә уларҙың абсолют бейеклеге — 300—400 м. Иң юғары нөктәһе — Боҡтыбай тауы — 657 м.
Муғалжарҙан төньяҡҡа Яйыҡ ҡушылдығы Ур йылғаһы аға , көнбайышта — Эмба һәм уның ҡушылдыҡтары, көнсығышта — Ырғыҙ. Көньяҡҡа табан Оло Бурһыҡ ҡомлоҡтары уларҙы Арал диңгеҙе бассейнынан айыра.
Муғалжар убалары ярымсүл үҫемлектәре менән ҡапланған, араларынан тау тоҡомдары сығып ята. Уйһыулыҡтарында реликт ҡайын сауҡалыҡтары урынлашҡан.
Муғалжар аша Эмба — Шалҡар тимер юлы участкаһының Ҡандыағас — Арыс тармағы үтә.
Был армыттарҙа төҙөлөш ташы һәм ҡырсынташ сығарыла. .
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.