Мухин йырыны

From Wikipedia, the free encyclopedia

Мухин йырыныmap

Мухин йырыны (Малый лог) — өлкә кимәлендәге тәбиғәт һаҡлау ҡурсаулығы. Ростов өлкәһенең Аксай ҡалаһында урынлашҡан. Аксайҙың көнсығышындағы йырындың битләүе (төр. «байрак» — балка, балочные леса, буераки) байрак урмандары менән ҡапланған. Был япраҡлы урмандарҙа төп тоҡомдар булып имән, ябай дардар (ҡорос) ағасы, ҡарағай, ҡарама тора.

Ҡыҫҡа факттар Мухин йырыны, Төп мәғлүмәт ...
Мухин йырыны
Thumb
Ҡурсаулыҡ ерендә хәрби техника күргәҙмәһе
Төп мәғлүмәт
Майҙаны48 га 
Урынлашыуы
47°16′22″ с. ш. 39°53′24″ в. д.HGЯO
РФ субъектыРостов өлкәһе
Яҡындағы ҡалаАксай (Ростов өлкәһе) 
Thumb
Точка
Мухин йырыны
Thumb
Точка
Мухин йырыны
 Мухин йырыны Викимилектә
Ябырға

Йырындың (балканың) төбө тотошлай тиерлек һаҙлыҡтан тора. Биләмәлә Аҡсай хәрби-тарих музейы эшләй. Унда, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Николай Дмитриевич Гулаев исемендәге хәрби-тарихи комплекс урынлашҡан.

Уның составында 1960 йылда ядро һуғышы ҡурҡынысына әҙер булыу маҡсатынан сығып төҙөлгән комплекс бар. Ике яруслы бункер күп һанлы бүлмәләр һәм иркен залдарҙан, герметик ишектәр ҡуйылған тармаҡлы коридорҙар системаһынан тора.

Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ташландыҡ хәлгә килгән ҡоролманан музей хеҙмәткәрҙәре, асыҡ һауала ҡуйылған «Еңеү ҡоралы» тигән күргәҙмә-экспозиция эшләп ҡуйған. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осороноң атыу ҡоралдары һәм обмундированиеһы ҡуйылған.

Музей территоияһында XX быуат Рәсәй һәм совет хәрби техникаһы күргәҙмәһе ҡуйылған. Танктар, бронетранспортёрҙар, пехота һуғыш машинаһы (БМП), самолёттар (МиГ-23 һәм Ан-2), танктарға ҡаршы тороусы пушкалар: 1942 йыл өлгөлө 76-мм дивизион пушка (ЗИС-3), зенит һәм артиллерия ҡоралы, 1909 йылғы пушка-гаубица.

Флора

Мухин йырыныың битләүендә һәр төрлө дала үҫемлектәре үҫә. Улар араһында: ҡыяҡлыларҙан һоло үлән (ҡыяҡ үлән), ҡылған үҫә. Шулай уҡ бәпембә, юл япрағы, әрем, ҡандала үләне, йылантамыр, бажат (ҡыяҡ үлән), туҡранбаш киң таралған.

Мухин йырынының битләүе байрак урмандары менән ҡаплаған. Урман ситтәрен энәлек, әлморон (гөлйемеш), барбарис, терн ҡыуаҡлыҡтарынан торған әрәмәлек уратып алған. Йырында тағы ла ҡарама, йыла, алмағас, тут ағасы (ебәк ағасы), груша осрай. Көнбайыш һәм кавказ каркасының айырым ағастары һерәйеп ултыра. Ҡырҙан аҡ ҡайын килтереп ултыртылған. Быуа ситтәрендә аҡ тал, аҡ тирәк, лох (лох серебристый) үҫә.

Әлеге ваҡытта Мухин йырынының торошо шәптән түгел. Биләмәлә ер һөрөү, йорт һәм гараждар төҙөү туҡталмай. Усаҡтарҙан сыҡҡан янғын тәләфләй. Суплектәр үҫә бара. Шишмәләр таҙартылмай. Быуа һыуы ла тығылған хәлдә[1].

Тарихы

XVIII быуатта Мухин йырыны Малый Лог тип аталған. Һуңыраҡ, Мышар балкаһы (Рябиновая балка) тип тә йөрөткәндәр. Ҡурсаулыҡ сауҙәгәр Мухиндар ғәиләһе менән бәйле. Уларҙың Аксай станицаһы янында 79 га биләмәһе булған. Мухиндар ағас менән һатыу итеүсе бик бай сауҙагәрҙәр булған. Далала ағас табыуы бик ҡыйын булғанлыҡтан, сауҙалары бик ҙур ҙур табыш килтергән.

1915 йылда Мухин йырынын Варшава университетының уҡытыусылары һәм студенттары өйрәнгән. Немец ғәскәрҙәре баҫып алыуы бар тип, Варшава университетының төп корпусы Дондағы Ростов ҡалаһына күсерелгән була. Был ерҙәрҙең тупрағы, үҫемлектәр донъяһы күпмелер дәрәжәлә В. Н. Вершковский, А. А. Приступа, О. К. Кояль һәм башҡа профессорҙар тарафынан өйрәнелеп, уларҙҙың ғилми эштәрендә сағылыш тапҡан. Мухин йырынының фәнни күҙлектән баһаһы бик ҙур. Өлкәлә ҡалдау далалар ҙа, ҡыуаҡлы далалар ҙа, ташлы һәм балсыҡлы битләүҙәр ҙә, урман һыҙаттары һәм туғайҙар бар. Мухин йырынында шул экосистемаларҙың һәр береһе лә осрай.

1923 йылда Дон дәүләт университететының Аксай экскурсия станцияһы асыла. Уның өсөн ике айырым йорт бирелә. Береһендә лаборатория, урындағы тәбиғәт музейы һәм студенттар өсөн ятаҡ урынлаша. Икенсе бәләкәйерәк йортта дөйөм кухня була. Бер бүлмәлә музейҙы ҡараусы йәшәй. Дүрт бүлмә ҡырҙан килеп эшләүсе фәнни хеҙмәткәрҙәргә тәғәйенләнә.

1925 йылда Аксай экскурсия станцияһы нигеҙендә биология станцияһы ойошторола. Унда дала һәм гидробиология бүлектәре була. Ошоға бәйле, 1925 йылдың апрелендә университетҡа Мухиндың элекке имениеһы (10 йыл срок менән) һәм биләмәһе тапшырыла. Бында буласаҡ педагогтарҙы ауыл хужалығы менән таныштырыу, тәбиғәтте өйрәнеү методикаһын уҡытыу һәм башҡа бик күп маҡсаттарҙы хәл итеү планлаштырыла[2].

Бөйөк Ватан һуғышы ҡурсаулыҡҡа ҙур зыян килтерә. Йырын өс тапҡыр аяуһыҙ һуғыш яланына әйләнә. Тирә-яҡты иркен байҡай алыу өсөн һирәк осраған ағастар, йөҙйәшәр имәндәр бысып ташлана. Битләүҙәр окоптар һәм танктарға ҡаршы урҙар менән сыбарлана. Уларҙың эҙҙәре әле лә асыҡ күренеп тора[1].

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.