![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/72/%25D0%2591%25D0%25B5%25D1%2580%25D0%25B5%25D0%25B3_%25D0%25B1%25D1%2596%25D0%25BB%25D1%258F_%25D1%2580._%25D0%259C%25D1%2583%25D1%2580%25D0%25B0%25D1%2584%25D0%25B0.jpg/640px-%25D0%2591%25D0%25B5%25D1%2580%25D0%25B5%25D0%25B3_%25D0%25B1%25D1%2596%25D0%25BB%25D1%258F_%25D1%2580._%25D0%259C%25D1%2583%25D1%2580%25D0%25B0%25D1%2584%25D0%25B0.jpg&w=640&q=50)
Мурафа (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мурафа (укр. Мурафа) — Украиналағы йылға. Винница өлкәһенең Бар, Жмеринка, Шаргород, Черневцы, Могилев-Подольский, Ямполь райондары аша көньяҡҡа табан аға. Днестрҙың һул ҡушылдығы, Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо — 163 километр.
Мурафа | |
---|---|
укр. Мурафа | |
![]() | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 163 км |
Бассейн | 2410 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 49°01′49″ с. ш. 27°43′36″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Днестр |
· Координаталар | 48°12′40″ с. ш. 28°13′49″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ҡара диңгеҙ |
Ил | ![]() |
Мурафа Викимилектә |
Могилев һәм Литинск өйәҙҙәре сигендәге һаҙлыҡтарҙан башлана. Үрге ағышында үҙәне V формаһын ала. Түбәнге ағышында көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлеш ала. Иң ҙур киңлеге 1,5 километрға, тәрәнлеге 120 метрға етә. Мурафа, нигеҙҙә, тәрән, ҡаялы һәм ташлы үҙәндән аға. 1432 йылда Мурафа ярҙарында, Копестыржи эргәһендә калитовсылар поляктар тарафынан тар-мар ителә. Бассейнының майҙаны 2410 квадрат километр. Ҡар һыуҙары менән тулылана. Яҙын таша, йәйгеһен, көҙөн, бик һирнәк ҡышын һыу артыуы күҙәтелә. Йылға башынан алып 9 километр арала секундына 8,5 кубометр һыу тотонола. Йылғала биш бәләкәй һыуһаҡлағыс бар. Урта ағышында балыҡсылыҡ хужалығы ойошторолған. Йылға тамағы эргәһендә Белянск ГЭС-ы төҙөлгән.