From Wikipedia, the free encyclopedia
Музалар (бор. грек μοῦσα, күплектә — μοῦσαι; «аҡыллы, дөрөҫ фекерләүсе») боронғо грек мифологияһындағы алиһәләр[1], алла Зевс менән титанида Мнемосинаның[2] йә сәнғәт һәм фәндәрҙе ҡурсалаусы Гармонияның[3] ҡыҙҙары. Парнастайәшәгәндәр. Бынан тыш, музаларҙың йәшәү урыны тип Беотиялағы Геликон тауы һаналған, унда изге шишмәләр, илһам сығанаҡтары — Аганиппа һәм Гиппокрен урғылып сығып ятҡан. Музаларҙан, башта хәҙерге мәғәнәлә музыканы ғына түгел, ә музалар эшмәкәрлеге менән бәйле һәр сәнғәтте йәки фәнде аңлатҡан (грек. сифаты μουσική, күҙ уңында тотола τέχνη йәки ἐπιστήμη), хәҙерге «музыка» һүҙе килеп сыҡҡан. Музаларға ғибәҙәтханалар бағышланған, улар мусейондар тип аталған (был һүҙҙән «музей» һүҙе килеп сыҡҡан).
Музалар | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған урыны | Пиерия[d] |
Атаһы | Зевс |
Әсәһе | Мнемосина[d] |
Алла ... ҡарай | Боронғо грек мифологияһы |
Изображается на | Muses in via Morigi[d], Statua di Musa tipo Melpomene Farnese, PMT 63[d], Musa (or deity) Ludovisi[d] һәм Nymph-Muse type Dresden-Zagreb[d] |
Музалар Викимилектә |
Ҙур әҙәбиәттә музалар «Илиада» һәм «Одиссея» (XXIV: 60) әҫәрҙәрендә тәүләп телгә алына.
Һүрәте | Исеме | Нимәне ҡурсалай | ||
---|---|---|---|---|
Рус телендә | Боронғо грек телендә | Латин телендә | ||
Каллиопа | Καλλιόπη | Calliopē | эпик поэзия | |
Эвтерпа | Εὐτέρπη | Euterpē | лирик шиғриәт һәм музыка | |
Мельпомена | Μελπομένη | Melpomenē | трагедия | |
Талия | Θάλεια, Θαλία | Thalīa | комедия | |
Эрато | Ἐρατώ | Eratō | мөхәббәт поэзияһы | |
Полигимния | Πολυύμνια, Πολύμνια | Polyhymnia, Polymnia | пантомима һәм гимндар | |
Терпсихора | Τερψιχόρη | Terpsichore | бейеүҙәр | |
Клио | Κλειώ | Clīō | тарих | |
Урания | Οὐρανία | Ūrania | астрономия | |
Ҡайһы берҙә өс муза хаҡында һүҙ алып баралар[12] (Эфор Кимский фекере шундай[13]). Алкман музаларҙы Уран менән Геяның ҡыҙҙары тигән[14]. Мимнермға ярашлы, Уран[15] һәм Геяның ҡыҙҙары[16]. Патр Мнасейы шулай уҡ музалар Уран менән Геяның ҡыҙҙары, һәм улар дүртәү булған тигән[13].
Марк Туллий Цицеронға ярашлы[17], музаларҙың беренсе быуыны йәки өлкән музаларҙың атаһы Юпитер — Һауа улы һәм Минерваның атаһы. Цицеронға ярашлы, туғыҙ музанан торған икенсе быуын Юпитер һәм Мнемосинанан, ә өсөнсө быуыны (пиеридалар һәм пиериялар) — шул уҡ исемле туғыҙ муза — Пиерон һәм Зеф һәм Амфиондың әсәһе Антиопанан тыуған.
Марк Теренций Варронға[18] һәм Децим Магн Авсонийға ярашлы[19], Киферон халҡы өс музаның баҡыр статуяларын эшләтеү өсөн өс оҫтаны яллаған. Шулар араһынан иң яҡшыларын һайлап алып Аполлон ғибәҙәтханаһына ҡуйырға ниәтләгәндәр. Әммә һындарҙың бөтәһе лә иҫ киткес матур булғанлыҡтан, халыҡ иң-иңен һайлап ала алмаған. Ахырҙа туғыҙ статуяның барыһын да һатып алғандар һәм, изгеләндереп, ҡорамға урынлаштырғандар, ә һуңғараҡ шағир Гесиод уларға яңы исемдәр биргән.
Географ Павсанийға ярашлы[20], Алоадтар уларҙы хөрмәтләй башлаған өлкән музалар: Мелета, Мнема һәм Аэда. Аполлодорҙа өлкән музалар юҡ.
Плутарх яҙып ҡалдырған Дельфа халҡының күҙаллауҙары буйынса[22], үҙ-ара гармонияла торған йыһандың өс өлөшө менән бәйле өс муза. Гректар ҡабул иткән тауыш рәтенең тулы системаһы (ҡылдары) исемдәре менән аталған:
Евмел Коринфский буйынса, Аполлондың ҡыҙҙары: Кефисо, Аполлонида һәм Борисфенида[23].
Кратет буйынса, һигеҙ муза булған[13], Мефимндан Миртил әйткәнсә — йә ете лә йә туғыҙ (ҡара: Мифы островов Эгейского моря#Лесбос, Мегакло тураһында).
Цец туғыҙ музаны атай: Терпсихора һәм Эвтерпа Гесиодҡа тап килә, һәм ҡалған етеһенең исемдәре Гелика, Дия, Евника, Каллихора, Фелксиноя, Энкелада, Энопа булған[25]. XLII Юпитерҙың юлдашы Фелксиноя (Тельксиное) исеме менән аталған.
Эпихармға ярашлы, улар етәү булған, һәм исемдәре Нейло (Нило), Тритона, Асопо, Гептапора, Ахелоида, Типопло һәм Родия булған. Былар — Пиерҙың ҡыҙҙары[26].
Пиерҙың туғыҙ ҡыҙы музалар менән ярышта отолған һәм ҡоштарға әйләнгәндәр. Был миф объяснял происхождение синонима слова «Муза» атамаһының синонимы — Пиеридаларҙың килеп сығышын аңлатҡан.
Бик матур сәскә атҡан арсалылар (вересковые) ғаиләһенә ҡараған ҡыуаҡлыҡтар төрөнөң исеме лә шул һүҙҙән — Пиерис (Pieris).
Уларға Гомерҙың XXV гимны һәм LXXVI орфик гимн бағышланған. МузаларғаСофоклдың бер юлы ла хәҙерге көнгә тиклем килеп етмәгән «Музалар» пьесаһы арналған булған. Месомед Критский ноталары һаҡланып килеп еткән «Музаға» гимнын яҙған.
1906 йылда асылған астероид (600) Муза музалар хөрмәтенә аталған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.