From Wikipedia, the free encyclopedia
ДжованниБаттиста Морони, шулай уҡ Джамбаттиста Морони (итал. Giovanni Battista Moroni, яҡынса1522, Альбинос, Бергамо провинцияһы — 5 февраль 1578, Бергамо) — италияның XVI быуаттағы иң эре портреттар төшөрөүсе рәссамы
Джованни Баттиста Морони Брешиялағы архитектор Алессандро Бонвичино (Моретто) уҡыусыһы. Тренто, Бергамо (1540-сы йылдар аҙағында), Альбино, Верона, Миланда эшләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Морониҙың Трентола ике тапҡыр булыуы Трентоның ике Тридент соборы йыйылышы менән тап килә (1546—1548 һәм 1551—1553), рәссамдың Бергамолағы Санта-Мария Маджоре соборының миһрабын яҙыу эштәре ошо осорға ҡарай. Шунда уҡ ул Тициан менән таныша (уның Тициандың уҡыусыһы булыуы хәҙерге ваҡытта инҡар ителә). Мирони рәссамдар Лоренцо Лотто һәм Джироламо Савольдоның йоғонтоһо аҫтында була. Бергамола портреттар төшөрөүсе рәссам булараҡ ҙур популярлыҡ яулай. Рәссам портреттарында үҙ моделдәренең тормош хәрәкәтен баш боролоштары, тере ҡараштары, ым-ишараһы аша күрһәтә, һуңынан XVII быуатта европа портреты сәнғәтендә уның был алымдары киң ҡулланыла.
Уның уҡыусылары араһында — Джованни Паоло Каванья, ул фра Гальгарио һәм Пьетро Лонгиға йоғонто яһай.
Морониҙың иң яҡшы эштәре коллекциялары Лондондың Милли галереяһында һәм Уффици галереяһында урынлашҡан, уның бик күп әйберҙәре донъяның башҡа музейҙарында һаҡлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.