From Wikipedia, the free encyclopedia
Морискиҙар (исп. moriscos; moro — «мавр» һүҙенән) — Гранада әмирлеге ҡолатылыуынан һуң (1492 йыл) Испанияла ҡалдырылған һәм көсләп христианлаштырылған, әммә йәшерен рәүештә үҙ Ислам динен тотҡан мосолман халҡы.
Морискиҙар | |
порт. mouriscos исп. moriscos | |
Дәүләт | Испания |
---|---|
Диаспора | Маврҙар |
Морискиҙар Викимилектә |
Инквизицияларҙа аяуһыҙ эҙәрлекләгән морискиҙарға ғәрәп телендә һөйләү һәм балаларына ғәрәп исемдәре биреү тыйыла.
Тиҫтәләрсә мең мориск утта яндырыла. 1568—1570 йылдарҙа морискиҙарҙың ихтилалы аяуһыҙ баҫтырыла; морискиҙарҙың байтаҡ өлөшө Испанияның эске провинцияларына, уңдырышһыҙ ерҙәргә ҡыуыла.
1609—1610 йылдарҙа морискиҙар Испаниянан ҡыуыла [1], был ил халҡының 4 %ын тәшкил иткән була[2].; уларҙың күбеһе Төньяҡ Африкаға күсеп китә. Улар Мароккола үҙ Бурегрет дәүләтен булдыра (1627—1641). Алжир һәм Тунис яр буйы райондарында байтаҡ һанда морискиҙар йәшәгән.
Морискиҙарҙы ҡыуыу Испанияның көньяҡ провинциялары иҡтисадына ныҡ зыян килтерә; шул уҡ ваҡытта Туниста баҡсасылыҡ, игенселек үҫешенә килтерә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.