Мораҙым (Бөрйән районы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мораҙым (рус. Мурадымово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Байназар ауыл советына ҡарай. Тәүге төпләнеүсе Мораҙым Әлмөхәмәтов исеме менән аталған.
Ауыл | |
Мораҙым | |
Ил |
РәсәйРәсәй |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
|
Икенсе атамаһы — А р а т а у. Был ауыл тауҙар араһында урынлашҡанға шулай атағандар.
Тағын бер атамаһы — Биштирәк. Ҡасандыр матур булып, ауылға йәм биреп биш тирәк үҫеп ултырған. Шулай уҡ Мораҙыш, Имес исемдәре менән билдәле булған.
Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылда тик башҡорттар йәшәй.
Халҡы: 1900 йылда — 174 кеше, 1920 йылда — 207, 1939 йылда — 133, 1959 йылда— 199, 1989 йылда — 326, 2002 йылда 381 кеше йәшәгән. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 374 кеше[1].
Почта индексы — 453591, ОКАТО коды — 80219810004.
Төп мәктәп (Байназар урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.