Монтсеррат
From Wikipedia, the free encyclopedia
Монтсеррат — (ингл.Montserrat), Бәләкәй Антиль утрауҙары архипелагына ингән, шул уҡ исемдәге утрауҙа урынлашҡан, Бөйөк Британияның диңгеҙ аръяғы территорияһы. Биләмәнең майҙаны — 102 102 км².
| |||||
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]] | |||||
Рәсми телдәр | инглизсә | ||||
Баш ҡала | Плимут[d] һәм Брейдс[d] | ||||
Территория • Бөтәһе | 102 км² | ||||
Валюта | Восточнокарибский доллар (XCD, код 951) | ||||
Интернет-домен | .ms | ||||
Код ISO | MS | ||||
Телефон коды | +1664 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC−4[d] |
2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 4922 кеше тәшкил итә[1], 8 мең кеше (халыҡтың өстән ике өлөшө) 1995 йылғы янартау әүҙемлеге ваҡытында утрауҙан сығып китә, һуңынан уларҙың ҡайһы берҙәре кире әйләнеп ҡайта. Әлегә тиклем утрауҙың көньяҡ яртыһы кешеләр йөрөү өсөн ябыҡ. Утрау һуңғы тиҫтә йылдарҙа, атап әйткәндә, Суфриер-Хилс янартауының әүҙемлеге, ә элек Хьюго көслө дауылының 1989 йылда емерелеүе арҡаһында ныҡ зыян күрә.
Административ үҙәге — Плимут ҡалаһы (3,5 мең кеше). Янартау урғылғандан һуң уны халыҡ ташлап китә, әле ваҡытлыса административ үҙәк — утрауҙың төньяғындағы Брэйдс ауылы.
1960 йылғы Конституция буйынса, Монтсерратҡа Бөйөк Британия короле тәғәйенләгән губернатор идара итә[2]. Губернатор Башҡарма совет рәйесе булып тора.
Утрауҙың аҡса берәмеге — көнсығыш-кариб доллары.