From Wikipedia, the free encyclopedia
Монголия халҡының 5 процентҡа яҡыны Ислам дине тота[1]. Башлыса, мосолмандар Баян-Улгий провинцияһында йәшәгән этник ҡаҙаҡтарҙан тора. Был провинцияла йәшәгән халыҡтың улар 88,7 процентын тәшкил итә. Бынан тыш ҡаҙаҡтар Монголияның башҡа ҡала һәм ҡасабаларында ла ҙур булмаған йәмәғәткә ойошоп йәшәй.
Монголияла Ислам тураһындағы иң иҫке мәғлүмәттәр 1254 йылда яҙылғанлығы күренә. Тап шул йылда францискан Гильом де Рубрук Ҡараҡоромға Мүнкә хандың һарайында булып китә. Ул «балбалға табыныусыларҙың» (күрәһең, будда һәм даос ҡорамдары булғандыр) ете ғибәҙәтханаһын һәм ике мәсет күргәнлеген бәйән итә. Шулай итеп, тарихсылар Монголияға Ислам үтеп инеүен 1222 һәм 1254 йылдар араһында тип билдәләй.
Монголдар Сыңғыҙхан Афғанстанды яулап алғанда тәүге тапҡыр Ислам менән таныша. 1222 йылда Монголияға ҡайтып барғанда Сыңғыҙ хан Мәүерәннаһрҙа Бохараға инеп сыға.
Сыңғыҙ хандың ейәне Берке Хәрәзм дәрүише Сәйфетдин дәрүиш йоғонтоһонда ҡабул итә. Ул монгол хакимдарынан беренселәрҙән булып Ислам ҡабул иткән кеше. Башҡа монгол хандары Исламға мосолман ҡатындары тәьҫирендә килә[2]. Һуңғараҡ мәмлүк хакимы Бейбарыҫ Алтын Урҙа менән бәйләнештәрҙе нығыта һәм таныҡлы монголдарҙы Мысырға саҡыра. Унда барыу монголдар араһында мосолмандар һанын арттыра[2]. К 1330-м годам три четверти верхушки Монгольской империи были мусульманами[3].. 1330-сы йылдарға Монгол империяһы хакимдарының дүрттән өс өлөшө Ислам ҡабул иткән була инде.
Мосолман ҡаҙаҡтар Джунгарияға һәм Алтайҙың таулы аймаҡтарына XIX быуат аҙаҡтарына күсенә башлай. Ҡаҙаҡтарҙың күп өлөшө кирәй һәм найман була. Күптәре батша Рәсәйенән ҡасып килә. Богдо-гэгэн 1911 йылда ил башына килгәс, ҡаҙаҡтарға Ховдала йәшәргә рөхсәт бирелә.
1940 йылда Баян-Улгий провинцияһы барлыҡҡа килә. 1956 йылда мосолмандар 37 мең (халыҡтың 4,3%-ы), 1989 йылға 121 меңгә етә(6,1 %) Мосолман ғаиләләрендә тыуым күп булыуға ҡарамаҫтан, ХХ быуаттың икенсе яртыһында Монголияла уларҙың һаны кәмей бара[4][5].. 1990-сы йылдарҙа сығышы ҡаҙаҡ булған кешеләр бойондороҡһоҙлоҡ алған Ҡаҙағстанға күпләп күсенә.
Монголияның Убсунур аймағында (2000 йыл иҫәбе буйынса 9 мең, 2007 йылдағы ағымдағы иҫәп буйынса — 7 мең) хотон этник төркөмө йәшәй, улар сөнни мосолман булып, Монголияға 300 йыл самаһы элек Көнсығыш Төркөстандан күсерелгән булған. Йылдар дауамында улар монгол теленә күсеп, будда һәм шаман инанысын тота башлаған. Хотондарҙа Ислам йолалары бик әҙ (мәҫәлән, бабаға ултыртыу) һаҡланған. Әлеге ваҡытта улар мосолманлыҡҡа кире ҡайта башлаған.
2000-се йылдарҙа кәмеп торһа ла, 2007 йылда ҡаҙаҡтар һаны йәнә 140 меңгә етә (халыҡтың 5,4%-ы) Башҡа мосолман динлеләр һаны (үзбәк, уйғур, татар һ.б) бер нисә йөҙҙән уҙмай.
Мосолмандарҙың күп өлөшө Монголияның төньяҡ өлөшөндә йәшәй.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.