Моабит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Район Берлина Моаби́т (нем. Moabit) — Берлин уртаһындағы район. 2001 йылғы административ реформаға тиклем Тиргартен (зоопарк) районына ингән, хәҙерге ваҡытта Берлин-Митте округына инә. Өс яҡтан һыу менән сикләнгән — Шпрее, Берлин-Шпандау каналы һәм Вестхафен каналы, улар аша 25 йәйәүлеләр, автомобилдәр һәм тимер юл күперҙәре төҙөлгән.
Был районда тарихҡа ингән Моабит каторга төрмәһендә төрлө осорҙа билдәле тарихи шәхестәр ултырған: рус разведчигы, Россия генераль штабы капитаны Михаил Костевич (1911-1912), коммунистар Карл Радек (1919, Австрия), Георгий Димитров (1933,Болгария),Германия коммунистар партияһы етәксеһе Эрнст Тельман (1933-1944), Эрих Хонеккер (ГДР етәксеһе) (1992). Бөйөк татар шағиры Муса Йәлилдең бында 1944 йылда яза көткәндә яҙған шиғырҙары йыйынтығы "Моабит дәфтәрҙәре",тип атала. Был төрмәлә ултырған немец яҙыусыһы, шағир Вольфганг Борхерттың (1944,сентябрь- 1945,май) "Моабит" исемле шиғыры бар.