Мишель Платини Франсуа (франц. Michel François Platini; 21 июнь 1955 йыл) — Француз футболсыһы, спорт функционеры һәм тренер. 1984 йылғы Европа чемпионы. «France Football» баҫмаһы версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы француз футболсыһы.
«Алтын туп» премияһы менән өс йыл рәттән (1983, 1984 һәм 1985)[9] бүләкләнгән берҙән-бер футболсы. IFFHS версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы футболсылары исемлегенә инә. 2011 йылда итальян футбол тарихында иң яҡшы сит ил уйынсыһы булып таныла[10].
2007 йылдың 26 ғинуарында УЕФА президенты итеп һайлана. 2015 йылдың 8 октябрендә ФИФА-ның Әхлаҡ буйынса Арбитраж палатаһы комитеты тарафынан 90 көнгә вазифаһынан ситләтелә[11]. 2015 йылдың 21 декабрендә 8 йылға дисквалификациялана, 2016 йылдың февралендә был мөҙҙәт 6 йылға тиклем кәметелә[12], ә 2016 йылдың майында — 4 йыл тиклем[13].
2020 йылдың 22 ғинуарынан — Профессиональ футболсылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы (FIFPro) президенты кәңәшсеһе.
1990 йылдғы Донъя чемпионатының һайлап алыу уйындарында Францияның йыйылма командаһы насар уйнағандан һуң, Мишель Платиниға командаға тренер булып килергә тәҡдим итәләр. Француздар Донъя кубогына сыға алмай, әммә 1992 йылғы Европа чемпионатының һайлап алыу уйындарында 8 уйында 8 еңеү яулайҙар (ситтәге ике уйында Испания менән Чехословакияны еңеүҙе лә индереп). . World Soccer Платиниҙы 1991 йылдың иң яҡшы тренеры тип атай. 1992 йылда Европа чемпионатының финал турниры Швецияла үтә һәм финалға сығыу өсөн Франция менән Дания көрәшә (быға тиклем француздар шведтар һәм инглиздәр менән тигеҙ иҫәпкә уйнай). Хәл иткес осрашыуҙа «зәңгәрҙәргә» хатта тигеҙ иҫәп тә ярап ҡалыр ине, әммә улар 1:2 иҫәбенә еңелә. Йыйылма команданың был уңышһыҙлығынан һуң Платини отставкаға ғына китеп ҡалмай,тренер карьераһын бөтөнләй туҡтата.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.