АҠШ фигурисы From Wikipedia, the free encyclopedia
Мишель Вингшань Кван (ингл. Michelle Wingshan Kwan[8], ҡыт. трад. 關穎珊, упр. 关颖珊, пиньинь: Guān Yǐngshān, палл.: Гуань Иншань, кант. Gwaan Wingsaan; 7 июль 1980 йыл, Торранс, Калифорния) — АҠШ фигурисы, яңғыҙ шыуа, ике тапҡыр Олимпия уйындары призын яулаған (1998 һәм 2002), биш тапҡыр донъя чемпионы (1996, 1998, 2000, 2001, 2003), туғыҙ тапҡыр АҠШ чемпионы (1996, 1998—2005, Мэрибел Винсон-Оуэн менән рекордташ).
Мишель Кван тиҫтә йыл буйы иң юғары кимәлдәрҙә сығыш яһай һәм Америка спорты тарихында иң күп титулдарға эйә фигурист була [9]. Уға спортта ныҡлыҡ, ныҡышмалылыҡ, боҙҙа артист оҫталығы хас була, ул бөйөк фигуристарҙың береһе һанала[10][11][12].
Мишель Кван Америкала ғына түгел, Ҡытайҙа ла шөһрәтле һәм абруйлы[13].
Мишель Торранста Дэнни менән Эстелла Квандың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Квандар Гонконгтан сыҡҡан Ҡытай иммигранттары була. Бала сағында Мишель өйҙә кантон теле менән инглиз телен бутап һөйләшә, бер аҙ путунхуа телен белә. Биш йәшендә ағаһы Рон һәм апаһы Карен менән тәүләп катокҡа бара. Киләсәктә ағаһы хоккейсы, апаһы фигуралы шыуыусы була. Мишелгә һигеҙ йәш тулғас, Карен апаһы менән бергә ысынлап күнегә башлайҙар. Көнөнә өс-дүрт сәғәт шөғөлләнәләр, мәктәпкә киткәнсе күнегеү өсөн таңғы сәғәт 3-тә торалар. Дәрестән ҡайтҡас та катокҡа баралар. Катокта шөғөлләнеү ваҡыты оҙайғас, түләү күләме лә арта, был ябай эшсе ғаиләһендә матди ауырлыҡтар тыуҙыра. Мишелгә ун йәш булғанда ғаилә башҡаса тренер өсөн түләй алмаҫ була, ләкин уларға Лос-Анджелес фигуристар клубы (ингл. Los Angeles Figure Skating Club)[14][15] финанс ярҙамы тәҡдим итә, был ҡыҙҙарға Калифорния штатының Лэйк-Эрроухед ҡалаһында Ice Castle International Training Center боҙонда шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә.
Кван Пало-Верденың Soleado Elementary School башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Ләкин 1994 йылда, һигеҙенсе класта сағында, Мишель йәмәғәт мәктәбен ташлай һәм өйҙә уҡый башлай[16]. 1998 йылда Rim of the World High School өлкән мәктәбен тамамлағас, 1998 йылда ул бер йылға Лос-Анджелестағы Калифорния университетына инә. 2006 йылдың көҙөндә Мишель Денвер университетына күсә[17]. 2009 йылдың июнендә университеттың халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм политология бүлеген бакалавр дәрәжәһе менән тамамлай[18]. Шул уҡ йылды халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә артабан белем алыу өсөн Тафтс университетының Fletcher School of Law and Diplomacy аспирантураһына инә[19].
2010 йылдың 8 майында Мишель Кван Көньяҡ Вермонт колледжында почётлы доктор (ингл. Doctor of Humane Letters) була.
2006 йылда Америка Ҡушма Штаттарына Ҡытай лидеры килгәндә Мишель Кван АҠШ Президенты Джордж Буштың Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Ху Цзиньтао менән төшкө аш табынында ҡатнаша[20].
2006 йылдың 9 ноябрендә Дәүләт секретары Кондолиза Райс Мишель Кванды йәмәғәт дипломатияһы илсеһе итеп тәғәйенләй. Был рәсми булмаған вазифала Кван йәштәргә һәм спорт һөйөүселәргә Америка ҡиммәттәре тураһында өгөт-нәсихәт тарата һәм күп сәйәхәт итә[21]. 2007 йылдың 17-25 ғинуарында ошо сифатта Ҡытайға тәүге сәфәре була.
Илсе булараҡ дипломатик вазифаһы Барак Обама хакимиәтендә дауам иттерелә, бында ул вице-президент Джо Байден[22] һәм Дәүләт секретары Хиллари Клинтон менән эшләй[23].
Мишель Кван «Симпсондар», «Гриффиндар» сериалдарында эпизодтарҙа ҡатнаша. «Сабрина — маленькая ведьма» сериалында ла күренә. «Принцесса льда» фильмында диктор булып сығыш яһай. Фигуралы шыуыу тураһындағы күп һанлы тапшырыуҙарҙа һәм сериалдарҙа ҡатнаша. 1998 йылда уның менән «Michelle Kwan Figure Skating» тигән компьютер уйыны барлыҡҡа килә[24].
Мишель Кван балалар өсөн «Еңеүгә мөнәсәбәт: Чемпион булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк» тигән китап яҙа. 17 йәшендә «Чемпион йөрәге» тигән автобиографияһы сыға.
2005 йылда Калифорния штатының Артезия ҡалаһында Мишелдең ғаиләһе EastWest Ice Palace тип аталған катокты аса. Уның күп миҙалдары һәм башҡа наградалары шунда һаҡлана.
Квандың күп һанлы бағыусылыҡ бәйләнештәре була, ул телевизион реклама роликтарында ҡатнаша[25]. Мишель Кван менән хеҙмәттәшлектә «Chevrolet Motor» компанияһы (General Motors концернының подразделениеһы) тарафынан «Chevrolet/Michelle Kwan R.E.W.A.R.D.S. Scholarship» программаһы сығарыла[26].
Мишель Кван донъяның биш чемпионатында (1996, 1998, 2000, 2001, 2003) еңә — ҡатын-ҡыҙҙарҙан Кэрол Хейсс (1956—1960) менән бергә Америка беренселеге өсөн еңеүҙәр һаны буйынса рекордташ булып тора. Ул АҠШ-тың туғыҙ чемпионатында (1996, 1998—2005) беренселек яулай һәм был юҫыҡта Мэрибел Винсон-Оуэн (1928—1933, 1935—1937) менән рекордташ. Һигеҙ тапҡыр милли чемпион булыу һәм ил чемпионаттарында рәттән 12 миҙал яулау шулай уҡ Америка рекорды тип таныла. Ул — фигуралы шыуыуҙа донъя чемпионы исемен юғалтҡандан һуң өс тапҡыр кире ҡайтарған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ (1998, 2000, 2003)[9]. Ул шулай уҡ Наганолағы Олимпия уйындарында көмөш миҙал һәм Солт-Лейк-Сити Олимпиадаһында бронза миҙал яулай. Кван абруйлы «James E. Sullivan Award» лауреаты. Ул фигуристар араһында 1949 йылда бүләкләнгән Дик Баттондан һуң ошо наградаға лайыҡ була. Милли һәм халыҡ-ара ярыштарҙа Мишель Квандың сығыштарына бөтәһе 57 тапҡыр 6.0 балы ҡуйыла[27].
2013 йылдың 19 ғинуарында Мишель стратегик планлаштырыу директоры Клэй Пеллға (1981 йылғы) кейәүгә бара. Уның менән туйға тиклем 20 ай буйы осрашып йөрөй.
Ярыштар | 1991-92 | 1992-93 | 1993-94 | 1994-95 | 1995-96 | 1996-97 | 1997-98 | 1998-99 | 1999-00 | 2000-01 | 2001-02 | 2002-03 | 2003-04 | 2004-05 | 2005-06 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡышҡы Олимпия уйындары | 2 | 3 | WD | ||||||||||||
Донъя чемпионаттары | 8 | 4 | 1 | 2 | 1 | 2 | 1 | 1 | 2 | 1 | 3 | 4 | |||
Юниорҙар араһында донъя чемпионаттары | 1 | ||||||||||||||
АҠШ чемпионаттары | 9 J. | 6 | 2 | 2 | 1 | 2 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | |
Гран-при финалдары | 1 | 2 | 2 | 2 | 2 | ||||||||||
Гран-при этаптары: Skate America | 7 | 2 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | ||||||
Гран-при этаптары: Skate Canada | 1 | 1 | 1 | 2 | 3 | ||||||||||
Гран-при этаптары: Nations Cup | 1 | ||||||||||||||
Гарн-при этаптары: Trophée Lalique | 3 | 1 | |||||||||||||
Ирекле ихтыяр уйындары | 2 | 1 | 2 | ||||||||||||
Gardena Spring Trophy |
1 J. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.