румын шағиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Миха́й Эмине́ску (рум. Mihai Eminescu, ысын фамилияһы — Эминович, рум. Eminovici; 15 ғинуар 1850 йыл, Ботошани — 15 июнь 1889 йыл, Бухарест) — румын һәм молдаван шағиры, румын әҙәбиәте классигы[1]. Вафат булғандан һуң Румыния фәндәр академияһының ағзаһы итеп һайлана.
Михай Эминеску 1850 йылдың 15 ғинуарында Молдавия кенәзлегенең Ботошань ҡалаһында күп балалы ғаиләлә тыуған. Михайҙың атаһы игенселек менән шөғөлләнгән. Әсәһе — Ралука Эминович, һуңыраҡ шағир уға арнап «Әсә» шиғырын яҙа.
Михайҙы Австро-Венгрияның Черновцы ҡалаһына немец гимназияһына уҡырға ебәрәләр. Немец теле уға румын теленә ҡарағанда ауыр бирелгән. Румын теле уҡытыусыһы Арон Пумнул уҡыусыларында туған телгә һөйөү һәм патриотизм хистәрен һеңдерергә тырышҡан.
Шағирҙың баҫылып сыҡҡан тәүге шиғыры — «Арон Пумнул ҡәбере янында» шиғыры, ул 1866 йылда «Лицеистарҙың күҙ йәштәре» журналында сыға. Был шиғырҙың лирик ҡаһарманы бөтә Буковинаны Румынияның иң яҡшы уҡытыусыларҙың вафат булыуына траурға саҡыра.
1866 йылда «Аҙғын егеттәр» поэмаһын яҙа, һәм үҙенең бер нисә шиғырын Пешт ҡалаһының «Familia» («Ғаилә») журналында баҫтырып сығара.
Черновцылағы гимназияны тамамлап бөтмәйенсә, атаһының талабы буйынса Венаға уҡырға китә. Бында ул университеттың ирекле тыңлаусыһы булып филология, философия һәм юриспруденцияны өйрәнә. Был осорҙа шағир шиғырҙар циклын һәм патриотик хистәр менән һуғарыулы «Эпигондар» поэмаһын нәшер итә. 1872 йылдың көҙөндә Берлинға күсә, бында 1874 йылдың сентябренә тиклем Берлин университетында лекциялар циклын тыңлай. Эминескуның философия буйынса Кант һәм Конфуций тәғлимәттәренең тәржемәләре һаҡланып ҡалған. Был осорҙа шағирҙың сәнғәт донъяһы патриотик идеялары йоғонтоһон кисерә, «Император һәм пролетарий» һәм «Фәрештә менән Иблис» поэмаларын ижад итә. 1871 йылғы Париж коммунаһы шағирҙың тирә-йүнгә мөнәсәбәтенә ҙур йоғонто яһай. «Нимә һиңә теләйем, татлы Румыния» шиғыры тыуған иленә һөйөү рухында яҙылһа, «Чезара», «Зәңгәр сәскә» һәм башҡалары мөхәббәт тураһында яҙылған. Шағирҙың фекере буйынса ысын, дөрөҫ мөхәббәт ҡағылһыҙ һәм изге булып тора, һәр бер реалистик хәл уны емерә һәм боҙа.
1874 йылдың сентябрендә шағир Румынияның Яссы ҡалаһына күсә һәм гимназияла уҡытыусы, китапханасы һәм мәктәп инспекторы булып эшләй башлай. Бында ул «Кэлин» поэмаһын тамамлай, һәм башлыса фәлсәфәүи әҫәрҙәр ижад итә. 1877 йылда Румыния Консерватив партияһының «Тимпул» («Ваҡыт») гәзите саҡырыуы буйынса Эминеску Бухарест ҡалаһына күсә. Был осорҙа шағир «Мөрәжәғәттәр» тигән социаль-фәлсәфәүи әҫәрен яҙа. Эминескуның үҙәк әҫәре булып һаналған «Лучафэрул» (рум. Luceafărul — «Иртәнге йондоҙ») поэмаһы романтик художестволы ысул менән яҙылыуына ҡарамаҫтан, бында шағир реалистик темаларҙы күтәреп сыға.
1883 йылда психик ауырыу менән сирләй, дауаланғандан һуң да был сир уның ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шағирҙы эҙәрлекләй. Шул уҡ 1883 йылда тере сағында баҫылып сыҡҡан берҙән-бер шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә.
Михай Эминеску 1889 йылда Бухарест ҡалаһында, псхиатрия дауаханаһында вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.