Мирогой
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мирогой зыяраты (хорв. Mirogoj) — Загребта зыярат, ҡаланың иҫтәлекле урыны, Европаның иң матур зыярат-парктарының береһе
Мирогой | |
хорв. Mirogoj | |
Нигеҙләү датаһы | 6 ноябрь 1876 |
---|---|
Дәүләт | Хорватия |
Административ-территориаль берәмек | Горний Град — Медвещак[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Урын | Gupčeva zvijezda[d] |
Хужаһы | Загреб |
Архитектор | Герман Боле[d] |
Архитектура стиле | историзм[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 6 ноябрь 1876 |
Мираҫ статусы | Реестр культурных ценностей Республики Хорватия[d][1] |
Майҙан | 72,4 гектар |
Почта индексы | 10000 |
Рәсми сайт | gradskagroblja.hr |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные на кладбище Мирогой[d] |
Мирогой Викимилектә |
Зыярат Мирогой шоссеһы һәм Герман Болле урамы сатында урынлашҡан. 1876 йылда тел белгесе Людевит Гай биләгән ер участкаһында төҙөлгән. Әлеге ваҡытта административ яҡтан Горний Град — Медвещак. ҡала районына ҡарай.
Архитектор Герман Болле төп бинаны һәм Петропавловка часовняһын проектлай. Аркаданы, көмбәҙ һәм сиркәүҙең төп инеү урынын төҙөү 1879 йылда башлана һәм 1929 йылда тамамлана.
Аркадаларҙа Хорватияның күп кенә билдәле граждандарының һәм хорваттарының ҡәберлектәре урынлашҡан. Зыяратта төрлө конфессия вәкилдәре: католиктар, православие динендәге кешеләр, мосолмандар, йәһүҙиҙәр, протестанттар, мормондар һәм атеистар - ерләнгән