Мирза Шәфи Үәзех
әзербайжан шағиры / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мирза Шәфи Үәзех (әзерб. میرزا شفیع واضح, Mirzə Şəfi Vazeh; XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башы, Гәнжә — 16 (28) ноябрьноябрь 1852, Тифлис) — әзербайжан шағиры һәм аҡыл эйәһе, мәғрифәтсе һәм педагог. Үәзех псевдонимы (тойғоло һәм асыҡ мәғәнәһендә) аҫтында, ике телдең дә шиғриәт традицияларын үҫтереп, әзербайжан телендә лә, шулай уҡ фарсы телендә лә ижад итә. Тифлиста әзербайжан һәм фарсы телдәренән уҡыта. Урыҫ педагогы Иван Григорьев менән бергә әзербайжан шиғриәтенең тәүге хрестоматияһын һәм Тифлис гимназияһы өсөн "Татар-урыҫ һүҙлеге"н яҙа.
Мирза Шәфи Үәзех | |
әзерб. میرزا شفیع واضح | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() Гянджинское ханство[d] |
Псевдоним | Вазех |
Тыуған көнө | 1794[1] |
Тыуған урыны | Гәнжә, Гянджинское ханство[d] |
Вафат булған көнө | 16 ноябрь 1852({{padleft:1852|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) или 1852[1] |
Вафат булған урыны | Тбилиси, Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Пантеон выдающихся азербайджанцев (Тбилиси)[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Әзербайжан теле һәм фарсы теле |
Һөнәр төрө | шағир, каллиграф, яҙыусы, уҡытыусы, уҡытыусы |
Эшмәкәрлек төрө | творческое и профессиональное письмо[d][1] һәм шиғриәт[1] |
Жанр | шиғыр[d] һәм шиғыр[d] |
![]() |
Мирза Шәфи ғәзәлдәр, мөхәммәстәр, робағиҙар, мәснәүиҙәр һәм башҡа шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уның шиғриәтенә хисле-лирик һәм сатирик йүнәлеш хас. Бынан тыш Үәзех — шиғри "Аҡыл түңәрәге"нең етәксеһе лә. Үәзех әҫәрҙәренең төп темаһы — романтик мөхәббәткә дан йырлау, тормоштан йәм табыу, ләкин ҡайһы бер шиғырҙарында Мирза Шәфи феодаль йәмғиәттең кәмселектәрен фашлай, шәхестең иркен сикләүгә һәм дини фанатизмға ҡаршы сығыш яһай.
Үәзех дәрестәре ярҙамында көнсығыш телдәрен өйрәнгән немец шағиры Фридрих Боденштедт үҙенең «Көнсығышта мең дә бер көн» (1850) исемле китабында Үәзехтың шиғырҙары тәржемәһен баҫтыра. Аҙағыраҡ Боденштедттың «Мирза Шәфи йырҙары» (1851) исемле китабы сыға. Был йырҙар Европа телдәренә күп тапҡырҙар тәржемә ителә. Һуңғараҡ Боденштедт Үәзех шиғырҙарын үҙенеке тип атауына ҡарамаҫтан, фарсы һәм әҙербайжан телдәрендә һаҡланған төп нөсхәләр Мирза Шәфиҙең авторлығын иҫбат итә.