Минск протоколы
Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләре территорияһында утты туҡтатыуҙы ҡаралған документ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Минск протоколы (Минск килешеүе) — 2014 йылдың 5 сентябрендә Минск ҡалаһында «Президент-отель» бинаһында, атап әйткәндә, Украинаның Луганск һәм Донецк өлкәләре территорияһында утты туҡтатыу шартын ҡуйған килешеү документы. Тулы исеме — «Өс яҡлы контакт төркөмөнөң Украина президенты Пётр Порошенконың Тыныслыҡ планын һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инициативаларын тормошҡа ашырыуға (имплементация) йүнәлтелгән консультацияһы йомғаҡтары буйынса протокол».
Минск протоколы | |
Өс яҡлы контакт төркөмө консультацияһы йомғаҡтары буйынса протокол | |
Килешеү төрө |
Ут туҡтатыу буйынса килешеүҙәр |
---|---|
Әҙерләнгән ваҡыты |
2014 йылдың июле-сентябре |
Ҡул ҡуйылған ваҡыты |
2014 йылдың 5 сентябре |
Ҡул ҡуйылған урыны | |
Көсөн юғалтты |
2022 йылдың 21 феврале |
Имза ҡуйҙылар |
См. во введении |
Яҡтар |
Хайди Тальявини[d], Кучма Леонид Данилович, Михаил Юрьевич Зурабов[d], Александр Владимирович Захарченко[d], Игорь Венедиктович Плотницкий[d] |
Язык | |
Рәсәй яғынан протоколға Рәсәй Федерацияһының Украиналағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Михаил Зурабов, Украина яғынан— ил етәкселеге мандатына эйә элекке президент Леонид Кучма[1][2], ОБСЕ яғынан — Швейцария дипломаты Хайди Тальявини, ҡултамғалар (вазифаларын күрһәтмәй) шулай уҡ баш күтәреүселәрҙең башлыҡтары[3] ЛНР башлығы Игорь Плотницкий һәм ДНР башлығы Александр Захарченко ҡул ҡуйҙы. Докуметҡа ҡул ҡуйғандан һуң шул уҡ көндө урындағы ваҡыт буйынса 18:00 сәғәттә утты туҡтатыу режимы көсөнә инде[4].
Протоколға ҡул ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, Украинаның көнсығышында һуғыш хәрәкәттәре дауам итте. 2015 йылдың ғинуар уртаһынан конфликтта ҡатнашыусы яҡтар протокол пункттарын ғәмәлдә үтәүҙән туҡтаны.
2022 йылда февралендә Рәсәй менән Көнбайыш илдәре араһындағы киҫкен кризисы фонында Украинаның территориаль бөтөнлөгөнә потенциаль ҡурҡыныс янағанлыҡтан, рәсәй-украина сигендә рәсәй ғәскәрен һәм ҡоралын арттырыу менән бәйле, үҙ-үҙен иғлан иткән башлығы ДНР һәм ЛНР башлыҡтары Денис Пушилин һәм Леонид Пасечник РФ президенты Владимир Путинға республикаларҙың үҙаллылығын таныуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Именлек советы ағзаларының бөтәһе лә мөрәжәғәттәрҙе хупланы[5] һәм 21 февралдә Владимир Путин республикаларҙың суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 22 февралдә Путин, Мәскәү Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын танығандан һуң, Минск килешеүе юҡ тип белдерҙе. Киев ғәмәлдә Донбасс халыҡ республикаларын таныуҙан алда әле «үлтерелгән» Минск килешеүен үтәргә теләмәгәнлектән, Рәсәй һәм ДНР һәм ЛНР-ҙы таныу тураһында ҡарар ҡабул итергә мәжбүр булды тине ул[6].