Миклухо-Маклай Николай Николаевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Николай Николаевич Миклухо-Маклай (5 [17] июля 1846, Языково, Новгород губернаһы — 2 [14] апреля 1888, Санкт-Петербург) — Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Австралия һәм Океанияның ерле халҡын, шул иҫәптән Маклай Яры тип аталған Яңы Гвинеяның төньяҡ-көнсығыш яры папуастарын йөрәнгән рус этнографы, антрополог, биолог һәм сәйәхәтсе
Николай Миклухо-Маклай | |
Исеме |
Николай Николаевич Миклуха |
---|---|
Тыуған көнө | |
Вафат көнө |
2 (14) апрель 1888 (41 йәш) |
Ғилми даирәһе | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Биологик систематика | |
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «Mikl.-Maclay» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә . IPNI сайтында Шәхси бите зоологик таксондарҙы тасүирлаған тикшереүсе. Авторлығын күрһәтеү өсөн ҡыҫҡартылған билдә ҡуялар «Miklouho-Maclay».
|
Германияла белем ала. 1864—1869, 1870—1882 һәм 1883—1886 йылдарҙа Рәсәйҙән ситтә йәшәй, тыуған илендә бер ҡасан да бер йылдан артыҡ тормай. Иҫән сағында йыш ҡына немец һәм инглиз телдәрендә баҫылған 160-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, башлыса мәҡәләләр һәм иҫкәрмәләр, авторы. Шулай уҡ Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Океанияның төп халыҡтарын яҡлаусы булараҡ билдәле, ҡолдар менән сауҙа итеүгә ҡаршы әүҙем сығыш яһай. Ғалим булараҡ, кешелектең берҙәмлеге принцибын эҙмә-эҙлекле тота; ҡара расалар, шул иҫәптән австралия аборигендары һәм папуастар маймылдан аҡыллы кешегә табан күсмә биологик төр тигән ҡарашты кире ҡаҡҡан. Шул уҡ ваҡытта Яңы Гвинеяның төньяҡ-көнсығыш яр буйҙарын «этнографик ҡурсаулыҡ» тип ҡарай, һәм уның берҙән-бер эйәһе булырға дәғүә итә. Был уны сәйәси авантюралар юлына этәрә, атап әйткәндә, Маклай Ярының Рәсәй колонияһы булыуын теләгән, шуның менән бергә Папуас Союзы бойондороҡһоҙ дәүләтен булдырыуға һәм уның башлығы булыуға ынтылған. Рәсәй хөкүмәте был проектты кире ҡаҡҡандан һуң, бер үк ваҡытта Бөйөк Британия һәм Германия империяһы хөкүмәттәренә бында протекторат (шул уҡ ваҡытта Бисмаркка мөрәжәғәт иткәндә, Германияны яңы Гвинеяны колонизацияға дусар итмәү гаранты булырға саҡыра) урынлаштырыу тәҡдимен еткерә. Һөҙөмтәлә 1884 йылда Маклай Яры Германия колонияһына әүерелә.
Миклухо-Маклайҙың тыуған көнө, рәсми булмаһа ла, этнографтарҙың һөнәри байрамы[1] тип билдәләнә.