From Wikipedia, the free encyclopedia
Мел Колм-Килле Джерард Гибсон (ингл. Mel Colm-Cille Gerard Gibson; 3 ғинуар 1956 йыл, АҠШ, Нью-Йорк штаты, Пикскилл) — Австралия һәм Америка Ҡушма Штаттары актёры, кинорежиссер, сценарист һәм продюсер. «Ҡыйыу йөрәк» фильмы режиссураһы өсөн ике «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты. Австралия орденының хөрмәтле офицеры.
Мел Гибсон | |
Mel Gibson | |
| |
Исеме |
Мел Колм-Килле Джерард Гибсон |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Пикскилл, Нью-Йорк штаты, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр , кинорежиссёр, кинопродюсер, сценарист |
Карьераһы |
1977 йылдан алып |
Наградалары |
Австралия ордены офицеры |
IMDb | |
Мел Гибсон Викимилектә | |
Мел Гибсон ирланд католиктары ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуа. 1968 йылда Гибсондар Австралияға күсенә, бында ғаиләлә тағы биш бала тыуа.
Мәктәпте тамамлағас, Мел Сиднейҙағы Милли театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Тәүге ролен ул студент саҡта уҡ «Йәйге ҡала» фильмында уйнай.
1979 йылда актёр «Тим» һәм «Дыуамал Макс» фильмдарында төшә, улар өсөн төрлө номинацияларҙа бер нисә бүләккә лайыҡ була. Был киноларҙан һуң ул никах агентлығы ярҙамында буласаҡ ҡатыны Робин менән таныша. Улар 1980 йылда Аделаидала өйләнешә. Ғаиләлә ике ҡыҙ һәм биш ул тыуа.
«Дыуамал Макс»тың икенсе өлөшөндәге роле Гибсонға донъя кимәлендә билдәлелек килтерә. Был уңыштан һуң актёр Голливудта киноға төшә башлай (тәүге фильмы — «Баунти», 1984).
1990-сы йылдар башында Гибсон үҙен режиссерлыҡта һынап ҡарарға ҡарар итә һәм Icon Productions компанияһына нигеҙ һала. Икенсе эше — «Ҡыйыу йөрәк» фильмы шотландтарҙың Уильям Уоллес етәкселегендәге азатлыҡ өсөн көрәшенә бағышланған эпик драма була, ун номинацияла «Оскар»ға күрһәтелә, бишеһендә еңеп сыға (шул иҫәптән иң яҡшы фильм һәм иң яҡшы режиссура өсөн). Һуғыш күренештәрен төшөрөү өсөн ике мең самаһы статист йәлеп ителә.
2004 йылда Гибсон йәмғиәтте шаҡ ҡатырған үтә ҡанһыҙ күренештәр һүрәтләнгән һәм беҙҙең дәүер башындағы Фәләстанды күҙ алдына баҫтырған «Христос ғазаптары» фильмын төшөрә. Картина Иисус Христостың (Ғайса пәйғәмбәрҙең) ғүмеренең аҙаҡҡы ун ике сәғәтен ентекләп тасуирлауҙы маҡсат итә.
2006 йылда Мел Гибсондың тағы бер тарихи эпосы — «Апокалипсис» прокатҡа сыға, ул майя цивилизацияһының һуңғы дәүеренә арналған. 2016 йылда экрандарға Гибсондың бишенсе таҫмаһы — «Выждан талабы буйынса» хәрби драмаһы сыға.
2009 йылдың апрелендә Гибсондың һәм уның ҡатынының өс йыл инде бергә тормауҙары билдәле була. 2009 йылдың 17 апрелендә Мур айырылышыуға ғариза бирә, ә 29 апрелдә Гибсон «Икс кешеләр. Башланғыс. Ҡоно» фильмы премьераһына рәсми рәүештә Оксана Григорьева менән килә. 26 майҙа Гибсон Джей Лено шоуында Григорьеваның унан бала көтөүен әйтә[4]. 2010 йылдың апрелендә Мел Гибсон һәм Оксана Григорьеваның айырылышырға, ләкин ҡыҙҙары Люсияны тәрбиәләү мәсьәләһе буйынса ҡайһы бер бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡалырға ҡарар итеүҙәре тураһында хәбәрҙәр тарала[5].
Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1977 | ф | Летний город | Summer City | Сколлоп |
1979 | ф | Тим | Tim | Тим |
1979 | ф | Безумный Макс | Mad Max | Макс Рокатански |
1980 | ф | Цепная реакция | The Chain Reaction | һаҡаллы механик (титрҙарҙа күрһәтелмәгән) |
1981 | ф | Галлиполи | Gallipoli | Фрэнк Данн |
1981 | ф | Безумный Макс 2: Воин дороги | Mad Max 2 | Макс Рокатански |
1982 | ф | Атакующая группа «Зет» | Attack Force Z | капитан Келли |
1982 | ф | Год опасной жизни | The Year of Living Dangerously | Гай Гэмильтон |
1984 | ф | Баунти | The Bounty | капитан ярҙамсыһы |
1984 | ф | Река | The River | Том Гарви |
1984 | ф | Миссис Соффел | Mrs. Soffel | Эд Биддл |
1985 | ф | Безумный Макс 3: Под куполом грома | Mad Max Beyond Thunderdome | Макс Рокатански |
1987 | ф | Смертельное оружие | Lethal Weapon | Мартин Риггс |
1988 | ф | Пьяный рассвет | Tequila Sunrise | Дэйл «Мак» МакКассик |
1989 | ф | Смертельное оружие 2 | Lethal Weapon 2 | Мартин Риггс |
1990 | ф | Гамлет | Hamlet | Гамлет |
1990 | ф | Птичка на проводе | Bird on a Wire | Рик Джармин |
1990 | ф | Эйр Америка | Air America | Джен Риак |
1992 | ф | Вечно молодой | Forever Young | капитан Дэниел МакКормик |
1992 | ф | Смертельное оружие 3 | Lethal Weapon 3 | Мартин Риггс |
1993 | ф | Человек без лица | The Man Without a Face | Джастин МакЛеод |
1994 | ф | Мэверик | Maverick | Брэт Мэверик-кесе |
1995 | ф | Храброе сердце | Braveheart | Уильям Уоллес |
1995 | ф | Каспер | Casper | камео (титрҙарҙа күрһәтелмәгән)
Ҡалып:ВмФильме |
1996 | ф | Выкуп | Ransom | Том Маллен |
1997 | ф | Теория заговора | Conspiracy Theory | Джерри Флетчер |
1997 | ф | День отца | Fathers' Day | Скотт (титрҙарҙа күрһәтелмәгән) |
1997 | ф | Волшебная история | FairyTale: A True Story | отец Фрэнсис |
1998 | ф | Смертельное оружие 4 | Lethal Weapon 4 | Мартин Риггс |
1999 | ф | Расплата | Payback | Портер |
2000 | ф | Чего хотят женщины | What Women Want | Ник Маршалл |
2000 | ф | Отель «Миллион долларов» | The Million Dollar Hotel | детектив Скиннер |
2000 | ф | Патриот | The Patriot | Бенджамин Мартин |
2002 | ф | Мы были солдатами | We Were Soldiers | подполковник Хэл Мур |
2002 | ф | Знаки | Signs | преподобный Грэм Хесс |
2003 | ф | Поющий детектив | The Singing Detective | доктор Гиббон |
2004 | ф | Папарацци | Paparazzi | терапия пациенты (камео) |
2006 | ф | Кто убил электромобиль? (документальный) | Who Killed the Electric Car? | камео |
2010 | ф | Возмездие | Edge of Darkness | Томас Крэйвен |
2010 | ф | За любовь к свободе: История чернокожих патриотов Америки | For Love of Liberty: The Story of America's Black Patriots | Текст от автора |
2011 | ф | Бобёр | The Beaver | Уолтер Блэк |
2012 | ф | Ловкость рук | Sleight of Hand | до премьеры — не объявлена |
2012 | ф | Весёлые каникулы | Get the Gringo | Гринго |
2013 | ф | Мачете убивает | Machete Kills | Лютер Воз[6] |
2014 | ф | Неудержимые 3 | The Expendables 3 | Конрад Стоунбэнкс |
2016 | ф | Отец по крови | Blood Father |
№ | Йыл | Фильм | Премия | Категория | Номинант | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | 1996 | Храброе сердце | Оскар | Иң яҡшы фильм | Мел Гибсон, Алан Лэдд һәм Брюс Дэйви | Еңеү |
2 | 1996 | Оскар | Иң яҡшы режиссёр эше | Мел Гибсон | Еңеү | |
3 | 1996 | Алтын глобус | Иң яҡшы режиссёр | Еңеү | ||
5 | 2017 | По соображениям совести | Алтын глобус | Иң яҡшы режиссёр | Мел Гибсон | Номинация |
6 | 2017 | Оскар | Иң яҡшы режиссура |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.