Мағазов Риза Шәйехйән улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мағазов Риза Шәйехйән улы (10 март 1932 йыл — 30 декабрь 2022 йыл) — ғалим-микробиолог. 1978 йылдан Өфө вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институты директоры, 1988—1995 йылдарҙа «Иммунопрепарат» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры, 1991—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Медицина фәндәре бүлексәһенең академик‑секретары, 1996—2008 йылдарҙа Рәсәй Медицина фәндәр академиияһының Башҡортостан ғилми үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фәндәр Академиияһының почётлы академигы (1994), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1960). Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия (2001) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1985) лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Риза Шәйехйән улы Мағазов | |||||
Тыуған көнө |
10 март 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (92 йәш) | ||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
СССР, Башҡорт АССР-ы, Миәкә районы, Яңы Ишле ауылы | ||||
Вафат көнө |
30 декабрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (90 йәш) | ||||
Ил | |||||
Ғилми даирәһе | |||||
Эшләгән урыны | |||||
Альма-матер | |||||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1992) | ||||
Ғилми исеме |
профессор | ||||
Ниндәй өлкәлә танылған |
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы | ||||
Награда һәм премиялары |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. | ||||