Массандра һарайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.
Массандра һарайы - император Александр III һарайы Ҡырымдың көньяҡ ярында Үрге Массандрала урынлашҡан. Хәҙер был йорт-музей — Алупка һарай-парк музей-ҡурсаулығы филиалы.
Массандра һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | XIX быуат |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Ялта[d] |
Урын | Ялта[d] |
Архитектура стиле | шатоэск[d] һәм стиль Людовика XIII[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Украины[d] |
Рәсми сайт | worontsovpalace.org/?pag… |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Категория:Интерьер Массандровского дворца[d] |
Массандра һарайы Викимилектә |
Ҡырым Рәсәй империяһына ҡушылғандан һуң, Массандраға француз контр-адмиралы принц Карл Нассау-Зиген, алпауыттар Матвей Никитин, Софья Константиновна Потоцкая, Ольга Станиславовна Нарышкина, Александра Васильевна Броневская, Воронцовтар ғаиләһе хужа була. Һарай төҙөлөшө 1881 йылда кенәз Семен Михайлович Воронцов заказы буйынса башлана. Людовик XIII стилендәге проект Этьен Бушар тарафынан эшләнә. 1882 йылда кенәз Воронцов вафатына бәйле һарайы төҙөлөшө туҡтала.
1889 йылда имениены удел ведомствоһы император Александр III өсөн һатып ала. Архитектор К. П. Теребенев уның һатып алыу мәлендәге торошон түбәндәгесә һүрәтләй: «Ике ҡатлы таш бина, подвалы бар, урындағы эзбиз тоҡомо ҡушылған таштан дөрөҫ, яҡшы итеп һалынған, мансарда тәҙрәле цинк ҡыйыҡлы; бинаның стеналары бар, ҡыйығы цинк менән ябылған һәм бөтә биналар буйынса тимер балкалар һалынған, бинаның башҡа өлөшө юҡ. Ҡоролмаларҙың ныҡлығын һәм абруйлылығы буйынса бинаның хаҡы 85 мең һумға баһаланыуы мөмкин». 1892—1902 йылдарҙа һарай ансамблен төҙөү Максимилиан Месмахер проекты буйынса дауам итә. Максимилиан Егорович ҡоролмаларҙың күләмен һәм стилен һаҡлай, әммә яңы алымдар һәм биҙәү материалдары ҡулланып, уны танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә, аскетик рыцарҙар замогын әкиәт теремына әйләндерә. Төҙөлөш менән архитектор Оскар Эмильевич Вегенер етәкселек итә. Һарайға башта Александр III, һуңынан Николай II хужа була. Батшалыҡ итеүселәр Тавридаға, һарайға йыш килә, әммә бер ваҡытта ла унда ҡунып ҡалмай.
1822 йылда О. С. Нарышкин ваҡытында билдәле немец баҡсасыһы, Алупка паркына булдырыусы Карл Кебах Массандрала имән-граб урманы урынында инглиз стилендәге паркка нигеҙ һала. Урманда юлдар эшләнә, аллеялар булдырыла, клумбалар эшләнә. Кебах етәкселегендә паркта артыш, кедр, кипаристар, урта диңгеҙ ҡарағайы, шулай уҡ экзотик емеш ағастары — фига, лимон, әфлисун, зәйтүн ултыртыла. Хәҙер был иң яҡшы ландшафт паркы тип иҫәпләнә, уның майҙаны — 42 гектар.
1929 − 1941 йылдарҙа туберкулез менән ҡаты сирләүселәр өсөн «Пролетар һаулығы» шифаханаһы итеп ҡулланыла.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа һарайҙа «Магарач» Виноградсылыҡ һәм шарап институты эшләй, әммә оҙаҡ түгел. 1948 йылда бында «Сталин» дачаһы булараҡ билдәле дәүләт дачаһы урынлаша. Бында Сталин, Хрущев, Брежнев ял итә.
1992 йылда, Украина бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, музей асыла.
Һарайҙа уникаль көнкүреш предметтары бар. Мәҫәлән, көрән мәрмәрҙең бөтөн киҫәгенән эшләнгән камин, ҡулдан эшләнгән шәмдәлдәр. Шулай уҡ, стенаға керетеп эшләнгән мебель (ҡыҙыл ағастан) һәм иң тәүге интерьерҙа булған көҙгө. Ҡайһы бер урындарҙа стеналарҙың һәм көмбәҙҙең биҙәлеше һаҡланмаған. Әммә дөйөм алғанда һарай 100 һәм унан да күберәк йыл элекке кеүек үк ҡотло, йыйнаҡ торлаҡ булып тора.
2014 йылда Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң һарайы Рәсәй Федерацияһы Президентының Эштәр идаралығы яуаплылығына тапшырыла[1].
2017 йылдың 1 июнендә Массандра һарайы территорияһында император Александр III бронза бюсы (скульпторы А. А. Аполлон) тантаналы асыла.
Һарайҙың тәүге күренеше | Һарайҙың ҙур террасанан күренеше | Архитектор Месмахер үҙгәртеп ҡорғандан һуң һарай күренеше | Массандра һарайы арттан | Һарайы территорияһындағы Сфинкс |