Мартин Лютер Кинг
АҠШ-та ҡара тәнле граждандар хоҡуҡтарын яҡлаусы хәрәкәт лидеры / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ма́ртин Лю́тер Кинг (ингл. Martin Luther King; 15 ғинуар 1929 йыл, Атланта, Джорджия штаты, АҠШ — 4 апрель 1968 йыл, Мемфис, Теннесси, АҠШ) — АҠШ-та ҡара тәнле граждандар хоҡуҡтарын яҡлаусы хәрәкәт лидеры. Кинг Америка прогрессивизмы тарихында милли батыр булып таныла[1].
Мартин Лютер Кинг | |
Martin Luther King Jr. | |
Тыуған көнө |
15 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
4 апрель 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (39 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
хоҡуҡ яҡлаусы, публицист |
Атаһы |
Оло Мартин Лютер Кинг |
Әсәһе |
Альберта Уильямс Кинг |
Тормош иптәше |
Коретта Скотт Кинг |
Балалары |
Йоланда Кинг, Мартин Лютер Кинг III, Декстер Скотт Кинг, Бернис Кинг |
Наградалары һәм премиялары | |
Автограф | |
Мартин Лютер Кинг Викимилектә | |
Мартин Лютер Кинг АҠШ ҡара тәнлеләр хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәре һәм АҠШ-тың ҡара тәнлеләр хоҡуҡтарын яҡлаусылар хәрәкәтенең әүҙем көрәшсеһе. Ул дискриминацияға, расизмға һәм сегрегацияға ҡаршы көрәшә. Шулай уҡ АҠШ-тың колониаль агрессияһына, шулай уҡ Вьетнам һуғышына ҡаршы була. Уның демократия өсөн фиҙакәр эштәре йәмғиәт тарафынан күтәреп алына. Уға 1964 йылда Нобель премияһы тапшырыла. Теннесси штатының Мемфис ҡалаһында Джеймс Эрл Рей тарафынан үлтерелгән тип фаразлана.
2004 йылда (үлгәндән һуң) АҠШ-тың юғары наградаһы— Конгрестың алтын миҙалы менән бүләкләнә.