геолог-нефтсе From Wikipedia, the free encyclopedia
Мальцев Михаил Васильевич (10 июль 1910 йыл — 19 октябрь 1972 йыл) — нефтсе, ғалим-геолог, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1940—1949 йылдарҙа «Туймазанефть» тресының геология бүлеге начальнигы. Туймазы, Серафимовка, Баулы нефть ятҡылыҡтарын, Ырымбур газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнашыусы. Геология минералогия фәндәре кандидаты (1966). СССР-ҙың 3-сө һәм 4 се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сталин премияһы лауреаты (1946). Ленин (1948), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1960) ордены кавалеры.
Мальцев Михаил Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 10 июль 1910 |
Тыуған урыны | Сальск[d], Ростов өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 19 октябрь 1972 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Ырымбур, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Михаил Васильевич Мальцев 1910 йылдың 10 июлендә Дон ғәскәре өлкәһе Сальское ауылында (хәҙер Ростов өлкәһенең Сальск ҡалаһы) тыуған. И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1937).
Быраулау Туймазы девон структураһын быраулау инициаторы, Туймазы, Баулы, Серафимовка, Ырымбур һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын асыусыларҙың береһе.
Икенсе ранглы тау генералы (1950)
СССР-ҙың 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1950—1958).
Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1966, диссертация темаһы «Опыт разведки, перспективы открытия новых месторождений и некоторые вопросы строения продуктивной толщи девона, связанные с разработкой Ромашкинского нефтяного месторождения»).
1972 йылдың 19 октябрендә Ырымбурҙа вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.