Мадейра (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мадейра — Көньяҡ Америкағы йылға, Амазонканың иң ҙур уң ҡушылдығы.
Мадейра | |
---|---|
Порту-Велью районында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3230 км |
Бассейн | 1 158 000 км² |
Һыу сығымы | 24 397 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Маморе менән Бени |
· Бейеклеге | 119 м |
· Координаталар | 10°22′34″ ю. ш. 65°23′30″ з. д.HGЯO |
Тамағы | Амазонка |
· Координаталар | 3°23′30″ ю. ш. 58°46′49″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Илдәр | Боливия, Бразилия |
Мадейра Викимилектә |
Боливия һәм Бразилия сигендә Маморе һәм Бени ҡушылған урында башлана. Йылғаның яҡынса 100 км был илдәрҙең дәүләт сиге булып тора. Артабан йылға төньяҡ-көнсығышҡа табан Бразилияның Рондония һәм Амазонас штаттарының территорияһы буйлап аға һәм һул яҡтан Амазонкаға ике тармаҡ яһап ҡоя. Оҙонлоғо — 3230 км, бассейн майҙаны — 1158 мең км².
Һыу кимәленең миҙгел буйынса тирбәлеүе 12 метрға барып етә, юғары кимәл октябрҙән май айына тиклем була. Түбәнге ағымында һыу сығымы 4200 м³/сек алып 39 000 м³/сек барып етә.
Йылға атамаһы португал теленән madeira — үҙағас (ағас) тип аңлатыла, Мадейра үҙенең барлыҡ оҙонлоғонда Амазония джунглиҙары аша аға.
Йылғала Порту-Велью ҡалаһынан алып суднолар йөрөй ала. Мадейрла Порту-Велью, Умайта һәм Маникоре ҡалалары урынлашҡан.
Мадейрала амазония дельфины тереклек итә.
2012—2015 йылдарҙа йылғала «Санту-Антониу» һәм «Жирау» гидроэлектранциялары төҙөлә[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.