From Wikipedia, the free encyclopedia
Лятошинский Борис Николаевич (укр. Борис Миколайович Лятошинський; (22 декабрь 1894 (3 ғинуар 1895), Житомир, Рәсәй империяһы — 15 апрель 1968 йыл, Киев, Украина, СССР) — СССР украин композиторы, дирижёр һәм педагог, украин музыкаһында модернистик йүнәлешкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Украина ССР-ының халыҡ артисы (1968). Ике Сталин премияһы лауреаты (1946, 1952).
Борис Николаевич Лятошинский 1894 йылдың 22 декабрендә Житомирҙа интеллигенттар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Николай Леонтьевич Лятошинский (1861— ?) — уҡытыусы булған, педагогик эшенән тыш, тарих фәндәре өлкәһендә ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән. Төрлө гимназиялар директоры булараҡ, Житомирҙа, Немировта, Златополдә ижтимағи-мәғариф эшен алып бара. Әсәһе — Ольга Борисовна фортепианола яҡшы уйнаған һәм йырлаған[7].
1918 йылда Киев изге Владимир университетының юридик факультетын, 1919 йылда Киев консерваторияһында Р.М. Глиэрҙың композиция класын тамамлаған. 1920 йылдан Киев консерваторияһында уҡыта, 1935 йылдан — профессор (1935—1938 һәм 1941—1944 йылдарҙа — П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры). 1944—1949 йылдарҙа — П.И.Чайковский исемендәге Дәүләт консерваторияһының музыка теорияһы кафедраһы мөдире.
1926—1929 йылдарҙа ғәмәлдә булған Заманса музыка ассоциацияһы башлығы, Украина Композиторҙар союзының ойоштороу бюроһы (1932-1939), СССР Композиторҙар союзының ойоштороу комитеты (1939—1948) ағзаһы була. 1939—1941 йылдарҙа — УССР Композиторҙар союзы башлығы, һуңынан идара ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Һарытауға эвакуациялана, унда Мәскәү консерваторияһында уҡ ул уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Шул саҡта уҡ Һарытауҙа «Тарас Шевченко» радиостанцияһы ойошторола, ул Украинаның партизандар подпольеһы өсөн үҙ тапшырыуҙарын алып бара. Был сараларҙа Лятошинский ҡатыны Маргарита Царевич менән даими ҡатнаша. Борис Николаевичтың һуғыш йылдарында башҡарған композиторлыҡ эше бик емешле була. Өс йыл эсендә ул «Украина квинтеты», 4-се ҡыллы квартет, ҡыллы квартет өсөн украин халыҡ темаларына сюита, ағас тынлы ҡоралдар квартеты өсөн сюита, фортепиано өсөн трио, фортепиано өсөн Сюита һәм Прелюдия, Максим Рыльский һәм Владимир Сосюра шиғырҙарына романстар яҙа, һикһәндән ашыу халыҡ йырын эшкәртә.
1944 йылдың йәйендә Лятошинский Украинаға ҡайта һәм шунда уҡ Киевтың музыкаль тормошона ҡушыла. 1944 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Ролит яҙыусылар йортонда йәшәй, унда композиторға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Лятошинскийҙы Украина филармонияһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр, ул Радиокомитетта музыкаль консультант булып эшләй, Киев консерваторияһында уҡыта.
1940—1950 йылдар аҙағы Лятошинскийҙың ижади эшмәкәрлегендә киләһе уңышлы этап була. Ошо осорҙа ул бер нисә хор һәм оркестр әҫәре, романс, кинофильмдарға музыка яҙҙы. Иң әһәмиәтле әҫәрҙәр араһында 3-сө симфонияны, «Гражина» симфоник балладаһын, «Поэма воссоединения», «На берегах Вислы» поэмаһын, оркестр менән фортепиано өсөн концертты атарға мөмкин. Лятошинскийҙың Тарас Шевченко һәм Александр Пушкин шиғырҙарына яҙылған хорҙары һуғыштан һуңғы йылдарҙағы украин хор мираҫына ҙур өлөш индерә.
Украина музыкаһына индергән ҙур өлөшөнә ҡарамаҫтан, формализмға ҡаршы көрәш буйынса совет кампанияһы ваҡытында властар тарафынан тәнҡитләнә.
Б. Н. Лятошинский 1968 йылдың 15 апрелендә вафат була. Киевта Байково зыяратында ерләнә.
Фильмдарға музыка авторы:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.