Любляна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Любляна (словен. Ljubljana, произношение (мәғл.) 1918 йылға тиклем — Лайбах, нем. Laibach) — Словенияның баш ҡалаһы. Ҡала 17 районға бүленә.
Ҡала | |||||
Любляна слов. Ljubljana | |||||
| |||||
Ил |
СловенияСловения | ||||
---|---|---|---|---|---|
Регион |
Урта Словения | ||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
17 район | ||||
Жупан |
Зоран Янкович | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Элекке исеме |
Эмона, Лювигана, Лайбах | ||||
Майҙаны | |||||
Ҡала общинаның бейеклеге |
295 м | ||||
Климат тибы |
континенталь | ||||
Халҡы |
▲ 287 000 кеше (2015) | ||||
Агломерация |
508 607 кеше (2009) | ||||
Милли состав |
словендар 74 % (2002) | ||||
Этнохороним |
любляналы, любляналылар | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1, йәйге UTC+2 | ||||
Телефон коды |
+386 1 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
LJ | ||||
Рәсми сайт |
ljubljana.si | ||||
Халҡы — 258,9 мең кеше (2014 йыл), йәки ил халҡының 13 %. Ҡала сиктәрендә 500 меңдән артыҡ кеше йәшәй. Любляна йылғаһы ярының Любляна уйпатында урынлашҡан.
Словенияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. 40 % — тан артыҡ илдең эске дөйөм продуктын етештерә һәм ҙур компанияларҙың штаб-квартираларының өстән бер өлөшө был ҡалала урынлашҡан. Любляна университетында 50 меңдән артыҡ студент уҡый. Йәмәғәт транспорты автобустарҙан тора.
Град ҡәлғәһе тарихи ҡәлғә, уның аҫтында — Боронғо ҡала урынлашҡан. Антик һәм урта быуат ҡоролмаларының ҡалдыҡтары; барокко стилендәге—XVI-XVIII быуат ансамблдәре, 1895 йылдағы ер тетрәүенән һуң булған модерн, архитектор — Й. Плечниктың XX быуаттың беренсе яртыһындағы төҙөлөштәре.
I быуаттан алып ҡала Эмона тип атала, V быуатта инде унда кешеләр йәшәмәй; урта быуаттарҙа XII быуаттан алып билдәле. 1335—1918 йылдарҙа Гасбургтар дәүләтенә инә һәм Лайбах тип атала, XIV быуатта — Крайнының административ үҙәге. Ә 1918 йылдан алып Любляна — Словенияның баш ҡалаһы.