Луи Армстронг
Американың джаз музыканты, торбасы, вокалист һәм ансамблдең лидеры һәм етәксеһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Луи́ А́рмстронг (ингл. Louis Daniel «Satchmo» Armstrong; 4 август 1901 йыл — 6 июль 1971 йыл) — Американың джаз музыканты, торбасы, вокалист һәм ансамблдең лидеры һәм етәксеһе. «Грэмми» премияһы даны залына индерелгән. Дюк Эллингтон, Чарли Паркер, Майлз Дэвис һәм Джон Колтрейн менән берлектә джазды үҫтереүгә һәм уны бар донъяла популярлаштырыуға һиҙелерлек йоғонто яһай[1].
Луи Армстронг Louis Armstrong | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
ингл. Louis Daniel Armstrong |
Тулы исеме |
Луи Дэниел Армстронг |
Тыуған |
4 август 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) |
Тыуған урыны |
Яңы Орлеан, Луизиана, АҠШ |
Үлгән |
6 июль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (69 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
музыкант |
Әүҙем йылдары |
1914—1971 |
Инструменттар |
Торба |
Жанрҙар | |
Псевдонимдар |
Satchmo, Pops |
Автограф | |
Louisarmstronghouse.org | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Армстронг бихисап наградалар, шул иҫәптән «Грэмми» (1965) премияһын ала, шулай уҡ вафатынан һуң 1972 йылда «Grammy Lifetime Achievement Award» премияһы конкурсында еңә, һәм 2017 йылда уның исеме Ритм-энд-блюздың Милли дан залына индерелә[2].
Бихисап джаз-бестселлерҙарҙы, шул иҫәптән «What a Wonderful World һәм «Let My People Go» һәм башҡа йырҙарҙы оҫта башҡарыусы булараҡ таныла. Ә 1999 йылда Армстронг башҡарыуында яңғыраған «What a Wonderful World йыры XX быуаттың иң яҡшы йыры булараҡ «Грэмми» премияһының Дан залына индерелә[3]).