Лондон
Англияның һәм Бөйөк Британияның баш ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Лондон (инг. London) — Англияның һәм Бөйөк Британияның баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы.[2][3] Темза йылғаһы ярында, римляндар менән яҡынса 43 йылда Лондиниум тип нигеҙләнғән, ике быуат ваҡытында ул эре тораҡ пункты.[4] Лондондын боронғо ядроһы Лондон Сити 2,9 км² майҙанында урынлашҡан һәм 2011 йылда унда 7,375 кеше йәшәғән. 19 быуаттан башлап Лондон термины — боронғо ядро уратып алған метрополиялар исеме.[5] Был конурбацияның ҙур өлөшө Ҙур Лондон (майҙаны — 1572 км²),[6][7][note 1] Англияның регионы; Лондон мэры һәм Лондон Ассамблеяһы менән идара ителә.[8][note 2] Конурбацияға тағы ла ике округтар инә: Лондон Сити һәм Бөйөк Лондон,[9] ләкин тарихтан улар Сити, Мидлсекс, Эссекс, Суррей, Кент һәм Хардфордшир графлыҡтар араһында бүленде.
Ҡала | |||
Лондон ингл. London | |||
| |||
Ил |
Бөйөк БританияБөйөк Британия | ||
---|---|---|---|
Бөйөк Британия иле | |||
Регион | |||
Координаталар | |||
Эске бүленеш |
Сити һәм 32 район (ингл. boro):
| ||
Мэр |
Садыйк Хан, Садыйк Аманулла улы Хан, (ингл. Sadiq Aman Khan, урду صادق امان خان | ||
Нигеҙләнгән |
43 йыл | ||
Майҙаны |
1706,8 км² км² | ||
Климат тибы |
уртаса диңгеҙ | ||
Халҡы | |||
Тығыҙлығы |
5173 кеше/км² | ||
Агломерация |
▲ 8 631 000 кеше (2010) | ||
Милли состав |
аҡ 59.8% (шул иҫәптән британдар 44.9%), азиаттар 18.4%, ҡара тире 13.3%, ҡушма 5%, башҡа 3.4% | ||
Конфессиональ составы |
христиандар 48.4%, мосолмандар 12.4%, индуисттар5.1%, йәһһдтәр1.8%, сикхтар 1.5%, атеисттар 20.7% | ||
Этнохороним |
лондонсы | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC0, йәйге UTC+1 | ||
Телефон коды |
+44 20 | ||
Почта индексы |
E, EC, N, NW, SE, SW, W, WC, BR, CM, CR, DA, EN, HA, IG, KT, RM, SM, TN, TW, UB, WD | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт |
london.gov.uk (инг.) | ||
элекке исемдәре |
Лондиниум, Авгу́ста, Люнденвик, Люнденбург | ||
Лондон алдынғы глобаль ҡалаһы.[10][11] Сәнғәт, коммерция, мәғариф, күңел асыу, мода, финанс, һаулыҡ һаҡлау, матбуғат, махсус хеҙмәтләштереү, фән тикшеренеүҙәр, туризм, транспорт яҡтан көслө һәм был яҡшы яҡтар уны бик данлыҡлы ҡала тип эшләйҙәр.[12][13][14][15] Донъяның беренсе финанс үҙәге,[16][17][18][19] Эске тулайы продукт буйынса башҡалалар араһында иҫәпләү ысулы буйынса 5-се ләкин 6-сы урында тора.[note 3][20][21] Лондон донъя мәҙәниәт үҙәге.[22][23][24][25] Донъяла иң күп туристар йыйған ҡала[26] һәм донъяла иң ҙур аэропорт системаһы эргәһендә ҡала.[27] Инвестициялар бирелғән буйынса донъяла иң алдынғы урын,[28][29][30] донъяның топ-10 ритейлдары һәм[31][32] шәхси бизнесмендар[33][34] бында. Лондонда 43 университет бар[35]. Программалар төҙөү сәнәғәтенең донъя лидеры.[36] 2012 йылда Лондонда өсөнсө тапҡыр Йәйге Олимпия уйындары үткәрелде.[37]
Лондонда куп спектрлы милләттәр йәшәғән ҡалаһы. Ҙур Лондонда 300 телдәрҙә һөйләшәләр.[38] Милли статистика офисы мәғлүмәте буйынса 2014 йылда Лондондын халҡы- 8,538,689, Европа Берләшмәһенең халыҡ һаны буйынса иң эре муниципалитет,[39] һәм Бөйөк Британияның 12,5 % халҡы.[40] Лондон ҡалаһы халыҡ һаны буйынса Европа Берлешмәһендә икенсе урында тора, Париждан һуң (конурбация 9,787,426 кеше).[41] Ҙур Лондон 13,879,757 халҡы менән Европа Берләшмәһендә иң эре конурбация.[42] 1831—1925 йылдарҙа Лондон халыҡ һаны буйынса донъяла иң эре ҡала булды.[43]
Лондонда дүрт бөтә донъя мираҫы объекттары бар: Тауэр; Королева ботаник баҡсалары; Вестминистер графлығы: Вестминстер һарайы, Вестминстер аббатлығы һәм Изге Маргарита сиркәүе индерә; Гринвич (Гринвич Королева Обсерваторияһы беренсе 0° Гринвич меридианы үткән урын).[44] Башҡа иҫтәлекле урындар Букингем Һарайы, Лондон күҙе, Пикадилли майҙаны, Изге Павел Соборы, Тауэр күпере, Трафальгар майҙаны, Шард бейек йорты,Британ Музейы, Милли Галлерея, Вест Энд театрҙары, Тейт Модерн һәм Британ китапханаһы.[45] Лондон метрополитены донъяның беренсе булып төҙөлдө.
London исеме этимологияһы куп спектрлы, күп вариантлы.[46] Был боронғо исем 2-се быуатта сығанаҡтарҙа табылды. Ул 121 йылда Лондиниум тип йөрөтөлә, роман-британ сығышы менән.[46] Был иң беренсе аңлатма Гальфрид Монмутский менән Historia Regum Britanniae эшендә бирелде.[46] Ошо версия буйынса ҡаланы Люд короле баҫты һәм уға Kaerlud исемен бирҙе.[47]. 1898 йылдан ҡала исеме *Londinos бер кельт кеше буйынса бирелде тип аңлатма йөрөй башланы.